Ломиса сиркәүе
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ломиса сиркәүе ( Грузия: ლომისა), изге Георгийға арналған урта быуат Көнсығыш Грузияның христина ғибәҙәтханаһы. Был ябай таш сиркәү IX йәки X быуаттарҙа төҙөлгән, диңгеҙ кимәленән яҡынса 2200 м бейеклектә ята. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы[1]
Ломиса сиркәүе | |
груз. ლომისა | |
Нигеҙләү датаһы | IX быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Душетский муниципалитет[d] |
Урын | Мцхета-Мтианети |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Ломиса сиркәүе Викимилектә |
Душети муниципалитетының Квемо Млета ауылынан көньяҡҡа ҡарай ете саҡрым, Петиттан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан[2]
Ломиса-ябай сиркәү, күләме 14,5 × 7,8 м, таштан төҙөлгән. Баштағы бинаһы IX йәки X быуаттарға ҡарай. Көньяғында һәм төньяғында һуңыраҡ төҙөлгән ике төкәтмәһе бар. Сиркәүҙең ҡайһы бер өлөштәре харабаға әйләнгән. Интерьеры тарихы дауамында бер нисә тапҡыр реконструкциялана. Бина бер нисә ҡоролманың харабалары менән уратып алынған. Сиркәүҙең көмбәҙле түшәмдәре аркаға таянып тора.[3]
Сиркәү интерьерында XVI-XVI быуаттарҙың грузин телендәге текстары менән имәндән ағас ишек һаҡланған. Сиркәүҙә шулай уҡ иҫке тимер сынйыр һаҡланған, уны диндарҙар муйынына тағып алалар һәм теләктәренең ҡабул булыуын һорайҙар[4][5]
Ломисала урындағы халыҡ һуғыш һәм тыныслыҡ һорауҙары буйынса йыйыла торған булған.
Сиркәүҙең иҫән ҡалған ҡайһы бер әйберҙәре һаҡлау өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы булған Тбилиси музейҙарына тапшырыла.[4]
Ломиса сиркәүендә йыл һайын "Ломисоба" булараҡ билдәле фестиваль үтә. Йыл һайын, Пасханан һуң етенсе аҙнаның шаршамбыһында төрлө төбәктәрҙән Ломиса сиркәүенә хаж ҡыла киләләр. Сиркәүҙән алыҫ түгел үҙәнгә йөҙләгән һарыҡты ҡорбанға алып киләләр.[6][7]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.