Ле Корбюзьеның архитектура мираҫы
француз архитекторы Ле Корбюзьеның ете илдәге: Аргентина, Бельгия, Германия, Һиндостан, Франция, Швейцария һәм Япониялағы 17 объект иҫәпләг / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ле Корбюзьеның архитектура мираҫы — француз архитекторы Ле Корбюзьеның ете илдәге: Аргентина, Бельгия, Германия, Һиндостан, Франция, Швейцария һәм Япониялағы 17 объект иҫәпләгән архитектура мираҫы һәйкәлдәр серияһы.
Ле Корбюзьеның архитектура мираҫы | |
Дәүләт |
Аргентина[1] Бельгия[1] Франция[1] Германия[1] Япония[1] Һиндостан[1] Швейцария[1] |
---|---|
Архитектор | Ле Корбюзье[1] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы[1] |
Майҙан |
98,4838 гектар[1], 1409,384 гектар |
Рәсми сайт | sites-le-corbusier.org |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d], (ii)[d] һәм (vi)[d] |
Ле Корбюзьеның архитектура мираҫы Викимилектә |
2016 йылда Франция инициативаһы буйынса архитектор Ле Корбюзьеның 17 объекты, ЮНЕСКО ҡарары менән халыҡ-ара берҙәм ЮНЕСКО мираҫы объекттары[2]тип берләштерелде. Исемлеккә ингән биналар араһында — Роншандағы Нотр-дам-дю-О капеллаһы, Савой Виллаһы һәм марсель Торлаҡ берәмеге. Исемлеккә барлығы күпселеге Европаны кәүҙәләндергән ете илдең объекты инә. Донъяның башҡа төбәктәренән Аргентиналағы Куручет Йорто, һинд Чандигархындағы Ассамблея бинаһы һәм Япониялағы Көнбайыш сәнғәте милли музейы исемлеккә индерелгән [3].
Был һәйкәлдәр элекке стилдән тулыһынса баш тартырлыҡ яңы архитектур стиль барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Был ҡоролмаларҙы төҙөү Ле Корбюзье «түҙемле эҙләнеү» тип атаған осорға, быуат яртыһына, тап килә. Чандигарх ҡалаһындағы капитолий комплексы (Һиндостан), Токиолағы көнбайыш сәнғәте милли музейы (Япония), Ла Платала доктор Куручеттың йорто (Аргентина) һәм Марселдәге торлаҡ комплекс (Франция) ХХ быуатта йәмғиәттәге яңы мәнфәғәттәр талап иткән һәм модернизм тәҡдим иткән мәсьәләне архитектура алымдары менән хәл итеү юлдарын сағылдырған. Шулай уҡ кеше генийының был шедеврҙары архитектура ижадының интернационаллеген күрһәтә.— Официальный сайт ЮНЕСКО[4]