Ленин урамы (Өфө)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ленин урамы . Өфө ҡалаһының Совет, Ленин һәм Киров райондары биләмәһендә урынлашҡан. Сафронов пристане менән тамамланып, төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙыла. Был тарихи ҡала үҙәгенең төп урамы.
Ленин урамы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Ленин Владимир Ильич |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 3,9 km |
Ленин урамы Викимилектә |
Өфөлә иң боронғо урамдарҙың береһе. Ул XVIII—XIX быуаттар сигендә ҡала киңәйә башлағас, ситтәге урам булараҡ барлыҡҡа килә. Башта урам ике төрлө урамдан торған. Көньяҡ өлөшө — Ушаков паркынан алып Ҙур Успенскийға тиклем (хәҙер Коммунистик урам) шәфҡәт күрһәтеүсе Иван Федорович Базилевский хөрмәтенә Базилевский тип аталған. Төньяҡ өлөшө Лазарет урамы тип йөрөтөлгән, сөнки ул урам барлыҡҡа килгән саҡта, унда ҡала лазареты урынлашҡан булған. Лазарет урамы ҡала үҙәген Сафронов пристане һәм тимер юл вокзалы менән тоташтырған.
Ике урам да бер урам булып берләштерелә һәм Үҙәк урам тип атала. 1918 йылдан алып П.И.Зенцов хөрмәтенә атала. 1937 йылдан урам хәҙерге исеме менән йөрөтөлә. .
Ленин урамында беренсе тапҡыр 1937 йылда Почтамт бинаһынан Пермь урамына тиклем трамвай линияһы ебәрелә. Артабан Почтамттан Революция урамына тиклемге линиялар алына, ә һуңынан (2000 йылдар уртаһында ) — Революция урамынан Ибраһимов бульварына тиклем аралыҡтағы трамвай линиялары бөтөрөлә.
Әлеге ваҡытта трамвай Ибраһимов бульварынан тимер юл вокзалына ҡарай йөрөй.
Ленин урамы транспорты автобус һәм маршрут таксиҙарынан тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.