Лейден рейтингы
From Wikipedia, the free encyclopedia
CWTS Leiden Ranking (Лейден рейтингы) ― университеттарҙың библиометрик күрһәткестәргә нигеҙләнгән йыллыҡ глобаль рейтингы. Рейтинг Нидерландтағы Лейден университеты ҡармағындағы Фән һәм технологиялар тикшеренеү үҙәге (Centrum voor Wetenschap en Technologische Studies, CWTS) тарафынан үткәрелә. Analytics Clarivate Web of Science библиографик мәғлүмәт базаһымәғлүмәт сығанағы сифатында ҡулланыла[1].
Лейден рейтингы |
Лейден рейтингы университеттарҙы донъя буйынса академик мәҡәләләре һәм был учреждениеларҙа мәҡәләләрҙән өҙөмтәләр ҡулланыу күләменә ярашлы классификациялай<undefined />. Рейтинг тел, дисциплина һәм уҡыу учреждениеһы күләме айырмалығын иҫәпкә ала[2]. Төрлө библиометрик күрһәткестәргә ярашлы бер нисә рейтинг исемлеге сыҡҡан[3]. Өҙөмтәләрҙе иҫәпкә алыуҙан тыш, Leiding Ranking шулай уҡ университеттарҙы ғилми хеҙмәттәшлек буйынса ла баһалай[4].
Лейден рейтингының беренсе баҫмаһы 2007 йылда сыға[5]. 2014 йылғы рейтинг бөтә донъя буйынса 2009—2012 йылдарҙа «төп» журналдарҙа, халыҡ-ара әһәмиәттәге һәм Web of Science мәғлүмәттәр базаһында һылтанмалары күп булған инглиз телле журналдарҙа ошо уҡыу йорттарына бәйле авторҙарҙың мәҡәләләре, күҙәтеүҙәре нигеҙендә һайланған 750 университетты үҙ эсенә ала<undefined />.