From Wikipedia, the free encyclopedia
Латипов Ғәкил Ильяс улы (13 август 1919 йыл — 23 сентябрь 1978 йыл) — совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Ленин ордены кавалеры (1957). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Ғәкил Ильяс улы Латипов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе Күҙәбай ауылы хәҙерге Һарытау өлкәһенең Перелюб районы |
Вафат булған көнө |
23 сентябрь 1978 (59 йәш) |
Вафат булған урыны |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
ауыл хужалығы эшмәкәре |
Наградалары һәм премиялары | |
Ғәкил Ильяс улы Латипов 1919 йылдың 13 авгусында Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе (хәҙерге Һарытау өлкәһенең Перелюб районы) Күҙәбай ауылында тыуған.
1938—1940 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районында уҡытыусы булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, күрһәткән батырлаҡтары өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1940-сы йылдар уртаһынан Баймаҡ районында партия эшендә була.
1952 йылдан Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын үтәй.
1959 йылдан тәнәфес менән Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. 1962 йылдың март-ноябрендә КППС-тың Хәйбулла район комитетының 1-се секретары була.
1969—1978 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Торлаҡ хужалығы идаралығында эшләй.
Башҡорт АССР-ының 5-7 саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
1978 йылдың 23 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.