From Wikipedia, the free encyclopedia
Көңгөр — Пермь крайындағы ҡала, Көңгөр районының административ үҙәге. Ҡала округы статусына эйә. Крайҙың көньяҡ-көнсығышында, Урта Урал алдында, Пермь ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 90 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Рәсми рәүештә 1663 йылда нигеҙ һалынған, 1970 йылдан Рәсәйҙең тарихи ҡала булып һанала. Уникаль боҙ мәмерйәһе арҡаһында киң танылыу алған. Халыҡ — 66 311[2] кеше (2016), территорияһы — 68,7 км². Ҡала халҡын кунгуряки (баш. көңгөрҙәр) тип атайҙар. Элек файҙаланылған икенсе исеме — кунгурец.
Көңгөр | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1663 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Көңгөр районы[d], Кунгурский муниципальный округ[d], Көңгөр өйәҙе һәм Көңгөр округы |
Административ-территориаль берәмек | Пермь крайы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 62 173 кеше (2023)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 120 метр |
Майҙан | 68,7 км² |
Почта индексы | 617470–617480 |
Урындағы телефон коды | 34271 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Кунгура[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Кунгуре[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Kungur[d] |
Көңгөр Викимилектә |
Ҡала атамаһы Көңгөр йылғаһы исеменән алынған. Көңгөр йылғаһы беренсе зиндан урынында Ирень йылғаһына һыуҙарын ҡоя. Гидроним ҡала тирәһендәге карсттың йоғонтоһо аҫтында ла барлыҡҡа килеүе мөмкин. Атама ункур йәки унгур (мәмерйә, тарлауыҡ, ҡая тишектәре) төрки һүҙенән алынған тигән фараз бар[3].
Көңгөргә нигеҙ һалыу тураһында беренсе тапҡыр 1623 йылда телгә алына, әммә В. В. Шишонко үҙенең «Пермь йылъяҙмаһында» бының менән риза түгеллеген билдәләй, сөнки документтар менән нигеҙләнмәгән, ә башлыса бер кешенең яҙыуына нигеҙләнгән"[5]. Ҡалаға нигеҙ 1648 йылда Ирень татарҙарынан һатып алынған буш ерҙәрҙә һалынған, нигеҙ һалыусылар — воеводалар дворян Прокофий Елизаров, стольниктар кенәз Петр Прозоровский һәм Симеон Кондырев[6]. Ҡала өсөн урын Көңгөр Иренгә ҡушылған урындан 2 саҡрым алыҫлыҡта һайлана, Старый Посад ауылы (хәҙер Троицк ауылы) урынында, ауыл хәҙерге Көңгөрҙән көньяҡҡа 17 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. 1649 йылда Чердынь һәм Соликамскиҙан күсеп килгән кешеләр ҡаланы төҙөп бөтәләр, уларға Вятка, Кайгород, Сольвычегодск һәм Устюгтан сығышлылар ҙа ҡушылалар. Көңгөрҙә йәшәү өсөн халыҡты Соликамск воеводаһы Прокопий Елизаровтың отряды 1647—1648 йылдарҙа ҡасҡын крәҫтиәндәрҙе аҫабалар ерҙәренән һәм Соликамск өйәҙенең монастырҙарынан эҙләп таба[7]. Һөҙөмтәлә ҡасҡындарҙың 385 ғаиләләре, бобылдәр һәм посадскийҙар (1222 ир заты) 1648 йылда Ирень йылғаһына алып барып, һәр береһенә ер биләмәһе бирәләр һәм улар екке мал һалымын түләүҙән өс йылға азат ителәләр.
1662 йылда ерҙәрҙе һатып алған урыҫтарҙың мутлашыуы һәм вазифалы кешеләрҙең яһаҡ йыйған саҡтағы енәйәти эштәре менән ҡәнәғәт булмаған башҡорттар ихтилалы (башҡорт ихтилалы (1662—1664) тоҡана. Көңгөрҙә был ваҡытҡа 58-ҙән[8] 96-ға тиклем йорт иҫәпләнә, улар Илья көнөнә татарҙар һәм башҡорттар тарафынан ҡыйратыла. Ҡыйратыуҙан һуң эргә-тирәләге урмандарҙа һәм Ирень һәм Сылва йылғалары ярҙарындағы мәмерйәләрҙә йәшенеп ҡалғандар ғына тере ҡала.
Ҡотолоп ҡалған халыҡ Алексей Михайловичка үтенес хат менән мөрәжәғәт итә һәм уларға шул уҡ йылда яңы ҡәлғә төҙөргә рөхсәт итеүҙе һорайҙар, сөнки: «…от татар и башкир селиться не смеют, потому что у них острогу и ружья́ на Кунгуре нет». 1663 йылда Көңгөр яңы урында ҡабаттан төҙөлә башлай (Мыс йәки Мысовское ауылы урынында). 1673 йылдан 1675 йылға тиклем арауыҡта Көңгөрҙө элекке төрмә урынына ағас кремль менән ҡоймалап ҡуялар, кремлгә 8 башня индереп ҡуялар, уларҙың икәүһендә — Спаск һәм Тихвинда — ҡапҡалар булған. Кремль диуарҙарының бейеклеге ҡайһы бер урындарында өс сажинға етә (6,5 м тирәһе).
1703 йылда билдәле Себер картографы Семен Ремезов Көңгөр ҡалаһының һәм Көңгөр өйәҙенең һыҙмаларын төҙөй. Шул уҡ йылда ҡалаға килгән Верхотор воеводаһы менән риза булмаған приписной крәҫтиәндәр Көңгөрҙө ҡамауға алалар. Ҡамау бер аҙна дауам итә — 17 июлдән алып 23 июлгә тиклем[9]. Киләһе, 1704 йылда, таш Благовещен храмы изгеләндерелә. Храм төҙөлөшөнә һәр ҡалала йәшәүсеһенән 25 тин йыйыла, әммә был уны 30-сы йылдар аҙағында Оборона һарайын төҙөү өсөн шартлатырға ҡамасауламай. Әлеге һарай төҙөлөп бөтмәй.
1724 йылда ҡалала күн эшкәртеү заводы асыла. Башта күн эшкәртеү предприятиелары Көңгөрҙөң үрге өлөшөндә урынлаша, ә XIX быуат башында уларҙы ҡаланың түбән яғына күсерәләр, сөнки күн эшкәртеү Сылвалағы һыуҙы эсеүгә яраҡһыҙ итә, бынан тыш күн еҫе ныҡ йонсота. Шул уҡ 1720 йылда Василий Татищев Тау канцелярияһын аса, 1725 йылда Көнгөр бергамты тип үҙгәртелә, ә 1721 йылда — беренсе урал тау заводы мәктәбе. Көңгөр тау заводы округының үҙәге булып китә, ә 1737 йылда ҡалаға Соликамскиҙан провинциаль идаралығын күсерәләр.
1770 йылда Көнгөргә үҙенең экспедицияһын менән билдәле сәйәхәтсе доктор Лепехин килеп китә.
1774 йылдың Көңгөр ҡалаһын дөйөм һаны 11 мең тирәһе булған Салауат Юлаев һәм Иван Кузнецовтың етәкселегендәге татар, башҡорт һәм боласы казак отрядтары баҫып ала[10]. Көңгөр воеводаһы 1773 йылдың 27 декабрендә (1774 йылдың 7 ғинуарында) бөтә чиновниктары менән бергә Строгановтарға ҡасып китә, бының өсөн ул һуңынан Вяткаға һөрөлә. Оборона менән бургомистр Филипп Кротов һәм магистрат президенты Иван Хлебников шөғөлләнәләр, улар халыҡты ҡоралландыра һәм ярҙам һорап, эргә-тирәләге ҡалаларға мөрәжәғәт итәләр. Хәрби яҡтан оборона менән секунд-майор Александр Папов етәкселек итә. Ул капитан Рылеевты 376 новобранец һәм 12 ҡарт һалдаттары менән марштан ҡайтарып ала. Ҡалаға шулай уҡ Югов заводтарынан артиллерияһы менән 50 казак һәм Екатеринбургтан подпоручик Посохов командалығында 2 пушкаһы менән 100 казак килә. Секунд-майор Папов дүрт һөжүмде кире ҡаға (4, 5, 9 һәм 23 ғинуарҙа) һәм ошо хеҙмәте өсөн императрица уны подполковник дәрәжәһе менән бүләкләй. Аҙаҡҡы һөжүм алдында Ҡаҙандан 200 һалдаты менән секунд-майор Гагрин килә һәм Екатеринбургтан — 170 һалдат менән Никонов. Боласылар ҡасалар. Пугачев ваҡиғаларынан һуң, 1775 йылда, Ф. Кротовҡа һәм сауҙагәр Емельян Хлебниковҡа шпапагалар бүләк итәләр, ә Көңгөр ҡалаһына 5069 һум 95 тин бурысы ғәфү ителә.
1786 йылда Пермь провинцияһының үҙәгенән Көңгөр Пермь наместниклығының өйәҙ ҡалаһы итеп үҙгәртелә, ә 1797 йылда — Пермь губернаһының Көңгөр өйәҙе итеп үҙгәртелә[11]. 1783 йылда ҡалаға тиклем Себер трактын төҙөкләндереү эше килеп етә, ошо юл буйлап Көңгөргә 1790 йылда Александр Радищев килә. 28 ноябрҙән 4 декабргә тиклем ул воевода йортонда туҡтай. Радищев Көңгөр тураһында былай тип яҙа:
Город старинный, худо построен. Бывший провинциальный… На горе старинная крепость, т. е. забор с башнями, в коих ворота. На площади перед забором стоит 20 пушек чугунных на лафетах, из коих три годных… Место красивое, вокруг — поля[8] … |
Көңгөрҙә 1875 йылда булып киткән В. И. Немирович-Данченко яҙа[12]:
Крайҙың сауҙаһында Көңгөр бик ҙур роль уйнай. Иң бай ҡала тип әйтерлек. Көнгөр күпселектә сауҙагәрҙәр ҡалаһы.
1877 йылдың июлендә Алексей Губкин ҡалала Көңгөр техник училищеһын аса. 1887 йылда Көңгөр һәм Пермь араһында пассажирҙар пароходсылығы ойошторола. 1909 йылда Пермь — Екатеринбург тимер юл станцияһы асыла. Ошо уҡ йылда ҡала һыу үткәргесе һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй башлай. 1907 йылда Көңгөр телефон бәйләнеше булдырыла.
Беренсе донъя һуғышы алдынан, 1913 йылда, электр яҡтыртыу һәм кинематограф булдырыла.
1917 йылдың 28 октябрендә (10 ноябрҙә) Көңгөрҙә Совет власы урынлаштырыла[13][14]. 30 октябрҙә ҡалала «контрреволюционерҙар» погромы үткәрелә[15], ә 1918 йылда Пермдән Александр Борчанинов етәкселегендә ВЧК отряды килә. 6 февралдә беренсе тәүге үлтереүҙәр була: Агеевтар ғаиләһен «совет власына ҡаршы заговорҙа ҡатнашҡаны өсөн» атып үлтерәләр. Апрель һәм сентябрь — октябрь айҙарында тағы ла бер нисә «совет власы дошманы» язалана, 1918 йылдың 27 июненән язалар менән урындағы Көнгөр Ғәҙәттән тыш Комиссияһы шөғөлләнә[16]. 1918 йылдың 21 декабрендә генерал-майор Радола Гайда командованиеһы аҫтындағы Себер Армияһының ғәскәрҙәр төркөмө төрмә янындағы бараҡта 38 үле кәүҙә таба. 1919 йылдың 1 июлендә ҡаланы Ҡыҙыл армия яулап ала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы менән ҡала хәрби продукцияһын етештереүгә күсә, ҡалаға Одесса, Краматорск һәм Туапсе заводтары эвакуациялана.
1970 йылда Көңгөр Рәсәй тарихи ҡалалары исемлегенә индерелгән. 2002 йылдың июленән һауала осоу аппараттары фестивале үткәрелә башлай («Күк Йәрминкәһе»).
Ҡалала күпселектә урыҫтар йәшәй (90%-тан ашыу), әммә шулай уҡ ҡалала башҡорттар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар йәшәй.
Православие ҡорамдары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.