Көнбайыш Себер тигеҙлеге
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш Себер тигеҙлеге — Азия ҡитғаһының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан тигеҙлек. Себерҙең бөтә көнбайыш өлөшөн алып тора. Көнбайыш сиге булып Урал тауҙары торһа, көнсығышта Урта Себер яҫы таулығына барып етә.
Көнбайыш Себер тигеҙлеге | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Себер |
Көнбайыш Себер тигеҙлеге Викимилектә |
Төньяғы Ҡара диңгеҙ ярҙары менән сикләнгән. Көньяҡҡа ҡәҙәр Ҡаҙаҡ сусағына тиклем һуҙыла. Көньяҡ-көнсығышында Көнбайыш Себер тигеҙлеге яйлап күтәрелә бара.
Алтай, Салаир, Таулы Шория[1] ,Кузнец Алтайы тауҙарының итәгенә килеп тамамланып ҡуя.
Тигеҙлек дөйөм алғанда түбәһе төньяҡҡа ҡарап торған трапеция формаһында. Уның төньяҡтан көньяҡҡа арауығы 2500 саҡрым тирәһе булһа, киңлеге — 800 -ҙән 1900 км тиклем һуҙыла. Ә майҙаны 3 млн км²-ға барып етә яҙа.
Көнбайыш Себер тигеҙлеге — Себерҙең кеше тороу, йәшәү өсөн иң яраҡлаштырылған, үҙләштерелгән өлөшө (бигерәк тә көньяғы).
Уның сиктәрендә Төмән, ,Курган, Омск, Новосибирск һәм Томск өлкәләре, Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автоном округтары, Свердлов һәм Силәбе өлкәләренең көнсығыш райондары, Алтай крайының күп өлөшө, Красноярск крайының[1] көнбайыш райондары ята (Рәсәй[2] майҙанының 1/7 өлөшө).
Ҡаҙағстанға инеп киткән биләмәләрендә Төньяҡ Ҡаҙағстан, Акмолин, Павлодар һәм Көнсығыш Ҡаҙахстан өлкәләренең райондары урынлашҡан.