Көнбайыш Двина
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш Двина (бел. Заходняя Дзвіна, Латвияла — Да́угава, латыш. Daugava, латг. Daugova, лив. Vēna) — Көнсығыш Европалағы йылға. Рәсәй, Белоруссия һәм Латвия территориялары буйлап аға.
Көнбайыш Двина | |
---|---|
белор. Заходняя Дзвіна, латыш. Daugava | |
Ригала Даугава | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1020 км |
Бассейн | 87 900 км² |
Һыу сығымы | 678 м³/с (тамағында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Охват |
· Урынлашыуы | Валдай ҡалҡыулығы Андреаполь районы |
· Бейеклеге | 215 м |
· Координаталар | 56°44′16″ с. ш. 32°18′17″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Рига ҡултығы |
· Урынлашыуы | Рига ҡ. |
· Координаталар | 57°03′43″ с. ш. 24°01′33″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Балтик диңгеҙе |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы, Беларусь, Латвия |
Регион | Тверь өлкәһе |
РДҺР | 01020000112199000000010 |
Көнбайыш Двина Викимилектә |
Көнбайыш Двина оҙонлоғо — 1020 км: 325 км — Рәсәй Федерацияһы, 328 км — Белоруссия һәм 367 км — Латвия территорияларына ҡарай[1].
Көнбайыш Двина йылғаһы Охват күлендә башлана һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан йүнәлә, Витебсктан һуң төньяҡ-көнбайышҡа борола. Көнбайыш Двина Балтик диңгеҙенең Рига ҡултығына дельта барлыҡҡа килтереп ҡоя.
Бассейн майҙаны — 87,9 мең км². Йылға селтәренең тығыҙлығы — 0,45 км/км².
Үрге ағымында киңлеге 0,9 км-ға тиклем, урта ағымында — 1—1,5 км, түбәнге ағымында — 5—6 км.
Төп ҡушылдыҡтары: Улла, Нетесьма, Велеса, Межа, Каспля, Ушача, Дисна, Лауцеса, Илуксте, Кекавиня, Волкота, Торопа, Лучоса, Оболь, Полота, Дрисса, Дубна, Айвиексте, Персе һәм Огре.
Йылға буйындағы ҡалалар: Андреаполь, Көнбайыш Двина, Велиж, Витебск, Бешенковичи, Полоцк, Новополоцк, Дисна, Верхнедвинск, Друя, Краслава, Даугавпилс, Ливаны, Екабпилс, Плявиняс, Айзкраукле, Яунелгава, Лиелварде, Кегумс, Огре, Икшкиле, Саласпилс һәм Рига.
Йылғалағы эшләүсе ГЭС-тар: Плявиняс, Рига, Кегумс. Шулай уҡ йылғала Полоцк, Витебск, Үрге Двина, Даугавпилс ГЭС-тары төҙөлә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.