From Wikipedia, the free encyclopedia
Көйәнтә (коромысл[1]) — ике биҙрә йәки башҡа төрлө йөк элер өсөн ҡулайлаштырылған ағас ҡорамал. [2]. Көйәнтәне яурынға һалып йөрөтәләр, ул ауырлыҡты кәүҙәгә тигеҙ төшөрөп күтәрергә ярҙам итә. Көйәнтә Алыҫ Көнсығыш илдәрендә киң ҡулланыла[3]. Көйәнтә дуға кеүек бөгөп тә, Көнсығыш илдәрендә тура килеш тә ҡулланыла
Көйәнтә | |
Көйәнтә Викимилектә |
Башҡорттарҙа көйәнтә көнкүрештә көндәлек тотона торған әйбер генә түгел, ҡайһы бер йолаларҙы үтәгәндә алмаштырғыһыҙ атрибут.
Мәҫәлән, килен төшөргәндә уға башта һыу юлы күрһәтәләр. Һыуға башлатҡанда йәш килендең иң бәләкәс бикәсе көйәнтә күтәргән, әгәр кейәүҙең бер туған һеңлеһе булмаһа, ике туғандан алғандар. Һыу башлатырға мотлаҡ ҡыҙы бала ҡуйылған. Буш биҙрәләрҙе көйәнтәгә элеп, бикәс алдан бара, ә ҡайтҡанда килен үҙе күтәрә [4]
Был йола өсөн махсус уңайлы, матур көйәнтә һайлағандар, уны төрлөсә буяғандар, биҙәгәндәр.
Көйәнтә халыҡ йырҙарына ла инеп ҡалған.
Көйәнтәне бөгөп тә, бөкмәй ҙә эшләйҙәр. Башҡорт көнкүрешендә уның дуға кеүек бөгөп эшләнгәне таралған. Урманлы яҡтарҙа уның ябай ғыналарын һәр йортта тиерлек үҙҙәре эшләй белгәндәр, ғәҙәттә, бәләкәй ҡыҙҙар өсөн муйыл ағасынан, үҙҙәренең буйына ҡарап, бөгөп эшләп биргәндәр. Ә матурыраҡ, ныҡлыраҡтарын ауылдың балта оҫталары эшләгән, уларҙың үҙ серҙәре, стиле булған, танылып торған.
Көйәнтә өсөн һығылмалы, еңел, әммә ныҡлы ағастар файҙаланылған (мәҫәлән, тал, йүкә, уҫаҡ йәки ҡорос ағас һәм башҡалар) [5]
Бибекәй матур һыуға бара,
Йәшел силәген аҫып,
Һандуғастар ҡунып һайрай
Көйәнтәһенә баҫып.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.