Кәбир
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кәбир (Кабирнатх, Кәбир Дас, Санта Сахиб Кәбир; хинди: कबीर, панджаби: ਕਬੀਰ, урду: کبير; 1440, Бенарес, Пенджаб — 1518, Һиндостан) — һиндостандың урта быуаттарының мистик шағиры, сант-шағир, бхакти хәрәкәтенең күренекле реформаторы, хинди әҙәбиәте классигы.
Кәбир | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1398[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Варанаси[d] |
Вафат булған көнө | 1518[1][2][3][…] |
Вафат булған урыны | Магхар[d], Һиндостан |
Ерләнгән урыны | Магхар[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Һинд теле |
Һөнәр төрө | ткач, шағир, фәлсәфәсе, яҙыусы |
Статус канонизации | святой[d] |
Сәнғәт йүнәлеше | Бхакти[d] һәм Сант мат[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Kabir |
Кәбир Викимилектә |
Һиндостандың дини тарихында Кәбир күренекле урын биләй. Хиндиҙар өсөн ул изге бхакта, мосолмандар өсөн — пир, сикхтарға — бхагат, кабирпантх ордены ағзалары өсөн — аватара, әлеге ваҡытта был идеяға эйәреүселәр һаны 1 миллиондан ашыу, уның хөрмәтенә ғибәҙәтханалар төҙөлә, шуларҙың иң танылғаны — «Кабир чаура матх», ул Бенарес ҡалаһында урынлашҡан. Һиндостандың прогрессив даирәләрендә Кәбирҙе шағир-реформатор, брахманизмды һәм каста айырмалыҡтарының асыҡтан-асыҡ, социаль дискриминацияның бөтә формаларын һәм ҡағылырға хоҡуғы булмаған институттарҙың асыҡтан-асыҡ дошманы, һинд-мосолманберҙәмлеге йырсыһы булараҡ таный.
Шулай уҡ Кәбир гимны, Хәҡиҡәттең абруйлы сығанағы булараҡ, сикхтарҙың «Адигрантх», йәки «Гуру Грантх Сахиб» тип исемләнгән китабына индерелгән, уны китап итеп әҙерләү эше 1604 йылда сикхтарҙың бишенсе гуруһы Ардон заманында тамамлана.