Криштиану Роналду
From Wikipedia, the free encyclopedia
Криштиану Роналдо душ Сантуш Авейру[1][lower-alpha 2] (порт. Ronaldo Aveiro Cristiano dos santos; европаса португалса: [ʁoˈnaɫdu kɾiʃˈtjɐnu] (тыңлау); тыуа 5 февраль 1985 йыл, Фуншал) — Португалия футболсыһы, Италияның «Ювентус» клубы һәм Португалия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, уның составында 2016 йылда Европа чемпионы һәм 2018/19 йылдар миҙгелендә УЕФА-ның Милләттәр лигаһы еңеүсеһе була. «Реал Мадрид» клубы һәм Португалия йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы бомбардир. 2008 йылдан алып милли йыйылма командаһы капитаны, шулай уҡ уның өсөн уйнаған уйындар һаны буйынса рекордсмен. Белгестәр тарафынан барлыҡ замандарҙың иң яҡшы футболсыһы тип таныла[14][15][16][17]. Португалия футбол федерацияһы Португалия футболы тарихында иң яҡшы уйынсы тип таный[18]. Тарихта Англия (Премьер-лига), Испания (Примеру) һәм Италия (А серияһы) чемпионаттарында еңеүсе берҙән-бер футболсы[19].
Криштиану Роналду | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Криштиану Роналду душ Сантуш Авейру[1] | |
Ҡушаматтары | CR7[2], Ронни[3], Рон[4] | |
Тыуа | 5 февраль 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[5][6][7][…] (39 йәш) Фуншал[d], Португалия | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 189[lower-alpha 1] см | |
Ауырлығы | 85[13] кг | |
Клубы | ||
Клубы | Ювентус | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1993—1995 | Андоринья | |
1995—1997 | Насьонал | |
1997—2002 | Спортинг (Лиссабон) | |
Клуб карьераһы* | ||
2002—2003 | Спортинг (Лиссабон) | 25 (3) |
2002 | → Спортинг B | 2 (0) |
2003—2009 | Манчестер Юнайтед | 196 (84) |
2009—2018 | Реал Мадрид | 292 (311) |
2018—х. в. | Ювентус | 55 (44) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Конфедерациялар кубоктары | ||
Бронза | Рәсәй 2017 | |
Европа чемпионаты | ||
Көмөш | Португалия 2004 | |
Бронза | Польша/Украина 2012 | |
Алтын | Франция 2016 | |
УЕФА-ның Милләттәр лигаһы | ||
Алтын | Португалия 2019 | |
Дәүләт наградалары | ||
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
| ||
Профессиональ карьераһын Португалияның «Спортинг» клубында башлай. 2003 йылда Англияның «Манчестер Юнайтед» клубына күсә. 2009 йылда «Реал Мадрид» өсөн уйнай башлай, шуға күрә 2013 йылға тиклем тарихта иң ҡиммәтле футболсы булып һанала. 2018 йылдың июлендә «Реалдан» Италмяның «Ювентусына» күсә.
Биш тапҡыр «Алтын туп» ала: өс тапҡыр France Football-дан (2008, 2016, 2017) һәм ике тапҡыр — ФИФА-нан (2013, 2014). 2008, 2011, 2014 һәм 2015 йылдарҙа «Алтын бутса»ға эйә була. Барлыҡ ваҡыттарҙа Европа турнирҙарының иң яҡшы бомбардиры тип таныла һәм ете тапҡыр УЕФА Чемпиондары лигаһының иң яҡшы бомбардиры була, шуларҙың алтыһы — рәттән: 2008 һәм 2013, 2014, 2015[lower-alpha 3], 2016, 2017, 2018 йылдарҙа. Өсөнсө йыл рәттән тарихи еңеүенән һуң Криштиану Роналду был трофейҙы биш тапҡыр алған беренсе уйынсы була.
Португалия йыйылма командаһы өсөн Роналду 150-нән ашыу матч үткәрә, һигеҙ эре турнирҙарҙа ҡатнаша һәм уларҙың барыһында ла айырылып тора. Йыйылма команда составында Роналду Европа чемпионы (2016) һәм УЕФА-ның Милләттәр лигаһы (2019) еңеүсеһе була. Тарихта йыйылма командалар кимәлендә иң һөҙөмтәле Европа футболсыһы[20].
Донъяла иң танылған спортсыларҙың береһе, Forbes журналы версияһы буйынс 2016 һәм 2017 йылдарҙа донъяның иң юғары эш хаҡы алған[21][22], шулай уҡ ESPN фаразы буйынса, 2016, 2017, 2018 һәм 2019 йылдарҙа донъяның иң билдәле спортсыһы[23][24][25][26]. Time 2014 йылда Роналдуны донңяның иң йоғонтоло йөҙ кешеһе исемлегенә индерә. Forbes журналы баһалауы буйынса, 2010—2019 йылдарҙа 800 миллион доллар эшләп, Флойд Мейвезерҙан ғына ҡалышып, ун йыллыҡтың иң юғары эш хаҡы алған спортсылары исемлегендә икенсе урында тора[27]. 2020 йылдың ғинуарында Криштиану Роналдо тарихта Instagram каналында 200 миллион яҙылыусыһы булған беренсе кеше була[28].