Космонавтика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Космона́втика (грек. κόσμος — ғәләм һәм ναυτική — диңгеҙ карабын йөрөтөү оҫталығы) — Ер атмосфераһынан ситтә ғәләм киңлектәрен автоматик һәм идара ителеүсе космос аппараттарын ҡулланып тикшереү өсөн навигация теорияһы һәм практикаһы. Йәғни был космосҡа осоу фәне һәм технологияһы[1].
Космонавтика | |
Вики-проект | Проект:Космонавтика[d] |
---|---|
Космонавтика Викимилектә |
Урыҫ телендә был терминды тәүгеләрҙән булып, совет ракета техникаһы пионеры Георгий Эрихович Лангемак (РСУ — «Катюша» конструкторы)[2] Ари Абрамович Штернфельдтың «Введение в космонавтику» («Initiation à la Cosmonautique») монографияһын рус теленә тәржемә иткәндә ҡуллана. А. А. Штернфельдтың монографияһында ул ваҡытта космонавтика буйынса билдәле булған бөтә мәғлүмәт йыйылған, ул ысын мәғәнәһендә космонавттар әҙерләүҙә энциклопедия, төп әсбап булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
Ракета төҙөү нигеҙҙәрен XX быуат башында Константин Циолковский, Герман Оберт һәм Роберт Годдард үҙ хеҙмәттәрендә булдыра. Космосты өйрәнеүҙә бик мөһим аҙым — СССР-ҙа Байконур космодромынан 1957 йылда Ерҙең тәүге яһалма юлдашын («Спутник-1») Ер тирәләй орбитаға сығарыу була.
Идара ителеүсе космонавтикаға юл һалған космонавт Юрий Гагарин — 1961 йылдың 12 апрелендә Ер яны орбитаһына сыҡҡан тәүге кеше. Юрий Гагариндың космосҡа осоуы бөтә донъя халҡын һоҡландырҙы, Советтар Союзы космосҡа юл һалған тәүге ил булып тарихта ҡалды.
1969 йылдың 21 июлендә АҠШ астронавтары иң беренсе булып үҙ аппараттарын Ай өҫтөнә ултырта һәм Ай өҫтөнә төшә. АҠШ астронавы Нил Армстронг: «Был кеше өсөн бәләкәй аҙым, ләкин кешелек өсөн бик ҙур алға һикереш», — тигән һүҙҙәр менән Ай өҫтөндә тәүге аҙымдарын яһай.