Космодром
From Wikipedia, the free encyclopedia
Космодром («йыһан» һәм боронғо грек телендә δρόμος «йүгереү өсөн урын») — осош участкаһында йыһан тәғәйенләнешендәге ракеталарҙы осороу һәм контролдә, әҙерлек кимәлендә тотоу, эшләтеп ебәреүгә әҙерләү, осошто контролдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролмалар комплексы урынлашҡан биләмә[1]. Исеме самолёттар өсөн тәғәйенләнгән аэродромға оҡшаш бирелгән. Ғәҙәттә, космодромдар ҙур майҙанды биләй һәм, осош ваҡытында айырылған бүлкәттәр торлаҡтарға йәки күрше осоу майҙансыҡтарына зыян килтермәһен өсөн, халыҡ тығыҙ йәшәгән урындарҙан алыҫта урынлаша.
Космодром өсөн отошло урын экваторҙа, бында ракета-йөрөтөүсе Ерҙең әйләнеү энергияһын тулыраҡ файҙалана ала. Урта киңлектәрҙәге космодромдан осоролған ракета менән сағыштырғанда экваторҙан ебәрелгән ракета яғыулыҡтың яҡынса 10 процентын экономиялай ала. Шуға ярашлы, шул уҡ йөрөтөүсе орбитаға күберәк файҙалы йөк сығара ала. Экваторҙан орбитаға теләһә ниндәй ауышлыҡ менән осорорға мөмкин. Экваторҙа йыһанға ракеталар осорорға һәләтле дәүләттәр шул тиклем күп булмағанлыҡтан, диңгеҙҙә урынлашҡан космодромдар проекттары барлыҡҡа килә.