Космогония мифтары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Космогония мифтары (грек. κοσμογονία; κόσμος донъя, ғаләм + γονή тыуыу) — донъяның килеп сығышы,[1] дөйөм алғанда һәм уның өлөштәре[2], хаостан йыһан барлыҡҡа килеүе тураһында мифтар. Күпселек мифологияларҙың[3] төп башланғыс сюжеты, мифтарҙың төп категорияһы[4], донъя килеп сығышы тураһындағы мифтарҙың төрө. Космологик күҙаллауҙар менән[3] айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Космогония мифтары Хаосты (бушлыҡты) тасуирлауҙан, Ғаләмдә тәртип булмауҙан, тәүге стихияларҙың бер-береһенә йоғонтоһонан башлана. Хаостың кәүҙәләнеше йәки хаостың үҙе булып йыш ҡына донъя океаны, иң тәүге саф һыуҙар сығыш яһай. Күп кенә боронғо космогоник мифтарҙа океан менән хаос (бушлыҡ) тиң мәғәнәле һәм бер-береһенән айырылғыһыҙ[5]. Донъяның барлыҡҡа килеүе, яралыуы мифик осорҙа, эмпирик (тарихи) «профан» дәүерҙән алда[6], унан бүленгән, әммә ритуал аша һәм космогоник мифтар аша[7], айырым урында — донъя уртаһында[8] ҡабатланып килгән айырым башланғыс сакраль осорҙа бара
Йыһан мифтарында хаостың йыһанға әүерелеү пафосы айырыуса актуаль. Уларҙа йыһан структураһы тураһында космологик күҙаллауҙар сағыла (ғәҙәттә, өс өлөшлө — вертикаль һәм дүрт өлөшлө — горизонталь планда), уның вегетатив (донъя ағасы), зооморф йәки антропоморф моделе һүрәтләнә. Төп стихияларҙың (ут, һыу, ер, һауа) айырылыуы һәм бүленеүе, күкте ерҙән айырыу, донъя океанынан ер ҡабығының барлыҡҡа килеүе, донъя ағасы, донъя тауы урынлашыуы, күктә яҡтыртҡыстар нығытылыуы һ. б., һуңынан ландшафт, үҫемлектәр, хайуандар, кеше булдырыу тураһында бәйән ителә. Донъя беренсе элементтан (субстрат), мәҫәлән, донъя йомортҡаһынан йәки антропоморф бәһлеүән-тәүзаттан барлыҡҡа килеүе мөмкин. Төрлө йыһан объекттарын табыу, хатта урлау һәм мәҙәни герой тарафынан күсереп ултыртыу мөмкин, биологик яҡтан илаһтар йәки уларҙың ихтыяры, уларҙың тылсымлы (магический) һүҙе тыуҙыра[2].
Космогоник мифтарҙың төп өлөшө булып антропогоник мифтар[9][7], тәүге кешенең барлыҡҡа килеүе йәки тәүге кеше парының барлыҡҡа килеүе тураһындағы мифтар[7] тора.
Космогоник мифтар һәм космологик күҙаллауҙар донъяға мифопоэтик ҡараштың башҡа формаларында айырым урын биләй, сөнки ошо хикәйәләүҙәр сиктәрендә кешенең булыуы һәм мифик ижад объекты була алған бөтә нәмәнең барлығы йыһандың арауыҡ һәм ваҡыт параметрҙарында [3] һүрәтләнә.
Ҡайһы бер традицияларҙа космогоник мифтарға структура яғынан донъя бөтөүе тураһындағы эсхатологик мифтар ҡаршы ҡуйыла[9].