From Wikipedia, the free encyclopedia
Константинос Кава́фис (грек. Κωνσταντίνος Π. Καβάφης; 29 апрель 1863[1][5][6][…], Искәндәриә[3][7] — 29 апрель 1933[1][5][6][…] (70 йәш), Искәндәриә[3][7]) — грек шағиры[10]. Йәшәү дәүерендә 154 шиғыр баҫтырып сығарған. Яңы грек телендә, шулай уҡ инглиз телендә яҙған[11].
Константинос Кавафис | |
грек. Κωνσταντίνος Πέτρου Καβάφης | |
Зат | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Ғосман империяһы Мысыр Греция[4] |
Тыуған көнө | 29 апрель 1863[1][5][6][…] |
Тыуған урыны | Искәндәриә[3][7] |
Вафат булған көнө | 29 апрель 1933[1][5][6][…] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Искәндәриә, Мысыр[3][7] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | рак гортани[d] |
Атаһы | Petros Ioannēs[d] |
Әсәһе | Xaríkleia Fotiádi[d] |
Туған тел | Грек теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | новогреческий язык[d] һәм Француз теле |
Һөнәр төрө | шағир |
Әүҙемлек урыны | Ливерпуль[d][3] |
Архивы хранятся в | Фонд имени Александра Онассиса[d][8] |
Тасуирлау биттәре | dailypoetry.me/poets/c-p…[9] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Миннеаполис сәнғәт институты[d] һәм Милли сәнғәт галереяһы[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Constantine P. Cavafy |
Константинос Кавафис Викимилектә |
Истанбулдан сыҡҡан грек ғаиләһендә тыуған; грек православие сиркәүендә суҡындырылған. Атаһы Петрос Иоаннес (Πέτρος Ἰωάννης) — сауҙәгәр[11], Англияла йәшәгән һәм британ подданыйлығын алған. Әсәһе Чариклиа (Χαρίκλεια), тыуғандағы исеме — Георгакис Фотиадис (Γεωργάκη Φωτιάδη). Атаһы үлгәндән һуң 1870 йылдан ғаиләһе Лондонда йәшәй, артабан Кавафис 1882 йылдан бер ни тиклем ваҡыт Истанбулда, ә 1875 йылдан һәм үҙенең үлеменә ҡәҙәр Искәндәриәлә йәшәй[11]. Кавафистың Искәндәриәләге фатиры музей итеп үҙгәртелгән. Музейҙа шағирҙың бер нисә ҡулъяҙма әҫәрҙәре, бер нисә картиналары һәм портреттары һаҡлана. Кавафис журналистика менән шөғөлләнгән, министрлыҡта чиновник булып хеҙмәт иткән[11]. 1891 йылдан шиғырҙарҙы тик Искәндәриәләге дуҫтары өсөн генә баҫтырған. Кавафис үҙе яҙған биография мәғлүмәттәренә ярашлы, ул сығышы менән Истанбулдан, әммә Искәндәриәләге Сериф урамындағы йортта тыуған. Англияла, Францияла, Ғосман империяһында (Истанбулда) йәшәгән. Мысырҙың йәмәғәт эштәре министрлығы ҡарамағындағы учреждениела эшләгән. Инглиз, француз һәм әҙерәк итальян телдәрен белгән[12].
1933 йылдың 29 апрелендә яман шеш ауырыуынан вафат булған. Үлгәндән һуң Кавафистың абруйлығы артҡан. Уның шиғриәте Грецияла һәм Кипрҙа, шулай уҡ бөтә донъя буйлап университеттарҙа уҡытыла.
1903 йылда билдәле грек яҙыусыһы Григориос Ксенопулос уның тураһында Афинаның «Шағир» журналында мәҡәлә яҙғандан һуң, Кавафис Грецияның әҙәбиәт эшмәкәрҙәре араһында бер ни тиклем билдәлелек алған. 1904 һәм 1910 йылдарҙа ике шиғырҙар йыйынтығын нәшер иткән, әммә шул ваҡыттағы һүҙ ҡанунынан ситтә ҡалған һәм тик вафатынан һуң ғына яңы грек теленең иң бөйөк шағиры итеп танылған. Һуңғы лирикаһының ҙур өлөшө айырым биттәрҙә бәләкәй тираждар менән сыҡҡан[11][13].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.