From Wikipedia, the free encyclopedia
Компост (нем. Kompost, итал. composta, лат. compositus — «ҡатнаш») — органик ашлама. Ул үҫемлек йәки хайуан ҡалдыҡтарының органик тарҡалыуы һөҙөмтәһендә акилеп сыға[1]. Компост төрлө материалдарҙың микроорганизмдар, редуценттар, детритофагтар йоғонтоһонда биодеградация процесына бирелеүе һөҙөмтәһендә килеп сыға. Компост етештереү процесы компостлау тип атала, уны ҡулланыу тупраҡ сифатын яҡшырта.
Компост | |
Водород күрһәткесе | 8,4 |
---|---|
Етештереү ысулы | компостирование[d] |
Компост Викимилектә |
Компостлау — ҡаты органик ҡалдыҡтарҙың һауа ҡатнашлығы мотлаҡ булған аэроб процесс [2][3]. Шуның өсөн компостлауға сеймал ғәҙәттә өйөмдәргә һәм компост бураларына, мискәләргә, махсус ҡоролмаларға урынлаштырыла.Соҡорҙарҙа кислород менән тәьмин итеү ауыр. Һауанан тыш эске биологик йылылыҡ, юғары дымлылыҡ һәм микроорганизмдар булыуы талап ителә.
Органиканы Һөҙөмтәле эшкәртеү өсөн микроорганизмдарға ошолар талап ителә:
Компостлағанда органик массала үҫемлектәрҙең туҡланыу элементтары (азот, фосфор, калий һәм башҡалар) арта, патоген микрофлора зарарһыҙлана, гельминттарҙың күкәйҙәре серей, целлюлоза, гемицеллюлоза һәм пектинлы матдәләр нисбәте кәмей, ашлама таралып тора, тупраҡҡа индереү еңеләйә.
Компост яҡынса тиреҫ кеүек үк дозала бөтә үҫемлектәрҙе ашлауға ҡулланыла (15-40 т/га). Компост уңдырышлылыҡ арттырыу үҙенсәлектәре буйынса тиреҫтән ҡалышмай, ә ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, торф-тиҙәк һәм фосфорит оно) уны уҙҙыра ла.
Компост әҙерләү өсөн төп материалдар:
Компост өсөн сеймалды «йәшел» һәм «көрән» төҫтәргә бүлеү ҡабул ителгән. Йәшел сеймалда азот күп, көрәндә — углерод[5]. Компостланған материалда углеродтың азотҡа ҡарата оптималь нисбәте 25-30-ға 1 . Мәҫәлән, яңы сабылған үләндә был нисбәт 15:1, а ҡоро япраҡта — 50:1, йәғни уларҙы тигеҙ өлөшләп ҡатыштырыу оптималь дәүмәлгә яҡын нисбәт бирә.
Сеймал | Нисбәте C / N[5] |
---|---|
Оптимум | 27 |
Ваҡланған ҡатырға | 350 |
Кукуруз һабағы | 75 |
Емеш ҡалдыҡтары | 35 |
Ҡоро япраҡ | 60 |
Ваҡланған газета | 175 |
Арахис ҡабығы | 35 |
Ҡарағай ылыҫы | 80 |
Бысҡы вағы | 325 |
Һалам | 75 |
Тапсыҡ | 400 |
Люцерна | 12 |
Клевер (туҡранбаш) | 23 |
Ҡәһүә төпрәһе | 20 |
Аҙыҡ төпрәһе | 20 |
Баҡса ҡалдыҡтары | 30 |
Ҡырҡылған үлән | 20 |
Бесән | 25 |
Тиҙәк | 15 |
Һыу үҫемлектәре | 19 |
Үҫемлек ҡалдыҡтары | 25 |
Сүп үләндәре | 30 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.