![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/f/f2/Aleksey_Koltsov.png/640px-Aleksey_Koltsov.png&w=640&q=50)
Кольцов Алексей Васильевич
урыҫ шағиры. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Алексе́й Васи́льевич Кольцо́в (3 (15) октябрь 1809[2][3][4], Воронеж[2][5][6][…] — 29 октябрь (10 ноябрь) 1842[2][3] (33 йәш), Воронеж[2][5][6][…]) — урыҫ шағиры.
Кольцов Алексей Васильевич | |
![]() | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Патронимы йәки матронимы | Васильевич[d] |
Тыуған көнө | 3 (15) октябрь 1809[2][3][4] |
Тыуған урыны | Воронеж, Рәсәй империяһы[2][5][6][…] |
Вафат булған көнө | 29 октябрь (10 ноябрь) 1842[2][3] (33 йәш) |
Вафат булған урыны | Воронеж, Рәсәй империяһы[2][5][6][…] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | туберкулёз |
Әһәмиәтле кеше | Дмитрий Антонович Кашкин[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, эшҡыуар |
Жанр | шиғриәт |
![]() |
Алексей Кольцовтың тәүге шиғри тәжрибәләре Иван Дмитриев, Василий Жуковский, Александр Пушкин, Иван Козлов, Михаил Херасков һәм башҡа шағирҙар өлгөһөндә яҙылған; был әҫәрҙәрендә шағир үҙенең художестволы алымын эҙләй генә. 1830-сы йылдар башынан алып уның ижадында өҫтөнлөк ала башлаған «йырҙар»ы Кольцовтың художество ҡаҙаныштарының юғары нөктәһе тип иҫәпләнә. Урыҫ шиғриәтендә тәүге тапҡыр лирик герой сифатында шағир крәҫтиәнде һәм уның эске кисерештәрен күрһәтте. Шуның менән бергә Кольцовтың, «йырҙар» менән аралаш, китап шиғриәте рухында яҙырға тырышыуы ғүмеренең ахырына тиклем күҙәтелә, һуңғы әҫәрҙәренә лә китап формаларына яҡыныраҡ. Кольцовтың икенсе жанры - формаһы буйынса уның йырҙарына оҡшаш, йөкмәткеһе буйынса үҙенсәлекле шиғри фәлсәфәне сағылдырған думалары. Кольцов думаларында донъя проблемаларын асыҡларға тырыша[7][8]. Өлгөрөп еткән Кольцовтың яратҡан шиғри үлсәме биш-ижек пятисложник, уны (шағирҙы иҫкә алып) шиғыр белгестәре йыш ҡына «Кольцов биш-ижеге» тип билдәләй [9].