Коливо
From Wikipedia, the free encyclopedia
Коливо (канун; грек. κόλλυβα; укр. коливо; сер. кољиво; болг. коливо, варено жито; рум. colivă; Ҡалып:Lang-chu) – православ сиркәүҙәрендә мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу блюдоһы. Уның бөтөн бойҙайҙан (һирәк осраҡта арпа) йәки башҡа төрлө ярманан бешерелгән бутҡа булыуы мөмкин. Ҡайһы бер урындарҙа уның өҫтөнә шәкәр һибелгән йә бал һалынған дөгө, икенсе бер ерҙә борсаҡ, ә Румынияның ҡайһылыр ерҙәрендә бойҙай икмәге булыуы ла ихтимал. Коливо мәрхүмде ерләгәндән һуң табынға тәүге блюдо итеп бирелә. Тағы ла Бөйөк пост ваҡытында коливоны (кутья) сиркәүгә килтереү ғәҙәте лә бар [1]. Был көндө изге Феодор Тиронға ғибәҙәт ҡылғандан һуң, кутьяға ла фатиха бирелә. Мәрхүмде иҫкә алыу байрамы Бөйөк постың тәүге шәмбеһендә уҙғарыла [2].