Кливленд
АҠШ-тың Огайо штатындағы ҡала, Кайахога округының үҙәге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кливленд (ингл. Cleveland) — Америка Ҡушма Штаттарының ҡалаһы. Огайо штаты
Кливленд — Кайахог округының баш ҡалаһы (ингл. Cuyahoga), Огайо штатында ҙурлыҡ буйынса икенсе ҡала. Эри күленең көньяҡ ярында, Каяхог йылғаһында, Пенсильвания штаты сигенә ҡарай яҡынса 100 км.көнбайышҡа урынлашҡан.
1796 йылда ҡалаға нигеҙ һалына һәм генерал Мозес Кливлендтың исемен ҡалаға ҡушҡалар (Cleaveland Moses), әммә урындағы гәзиттең опечаткаһы һөҙөмтәһендә «а» хәрефен төшөрөп ҡалдырғандар. Шулай итеп ҡала исеме барлыҡҡа килә[18].
Ҡала, күп ботакланған каналдар һәм тимер юлдары селтәре булған сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Ауыр сәнәғәт бөлгөнлөгө ҡалаға ауыр һуҡҡанға ҡарамаҫтан, Кливлендҡа үҙ иҡтисадын диверсифицировать итә. Хәҙер ҡала финанс, страховкалау һәм медицина хеҙмәттәрен күрһәтә.
2000 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 478 403 кеше. Был күрһәткес буйынса Кливленд Огайо штатында 2 урын ала, һәм бөтә ил буйынса 33 урын ала. Кливленд халыҡ һаны, бөтә ҡала эргәһендәге ҡалалар менән 2 250 871 кеше. Был күрһәткес буйынса Огайо штатында Кливленд беренсе урын, ә бөтә ил буйынса 23 урын ала.