Клавдий Гален
From Wikipedia, the free encyclopedia
Клавдий Гален (грек. Γαληνός; 129 йәки 131 йыл — 200 йәки 215 йыл) — Грек сығышлы Боронғо Рим табибы, хирургы һәм философы[1]. Гален күп кенә фәнни дисциплиналар төшөнсәләренә, шул иҫәптән анатомия[2], физиология[3], фармакология[4] һәм неврология, шулай уҡ философия[5] һәм логикаға һиҙелерлек өлөш индергән.
Гален | |
Γαληνός | |
Тыуған көнө |
129 йә 131 йыл |
---|---|
Тыуған урыны |
Пергам |
Вафат көнө |
200 йә 217 йылда |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Киң таралған Клавдий Гален исеменең яҙылышы (лат. Claudius Galenus) Яңырыу дәүерендә генә барлыҡҡа килә һәм яҙмаларҙа телгә алынмаған; Cl-ның (Clarissimus) хаталы уҡылышы, тип һанала[6].
Гален исеме греч. Γαληνός, Galēnos «γαληνός», «тыныс» тигән һүҙҙе аңлата[7].
Бай архитектрҙың улы булараҡ. Гален бик һәйбәт белем ала, бик күп сәйәхәт ҡыла, медицина өлкәһендә бик күп мәғлүмәттәр йыя. Римда йәшәй, рим аҡ һөйәктәрен дауалай һәм бер аҙҙан бер нисә Рим императорының шәхси табибы булып китә. Уның теориялары Европа медицинаһында 1300 йыл дауамында өҫтөнлөк ала. Уның анатомияһын 1543 йылда барлыҡҡа килгән Андреас Везалийҙың «Кеше тәненең төҙөлөшө тураһында» исемле хеҙмәте баҫтырылып сыҡҡанға тиклем ҡулланалар[8], уның ҡан әйләнеше теорияһы 1628 йылға тиклем ғәмәлдә була, тап ошо йылда Уильям Гарвей үҙенең «Хайуандарҙың йөрәге һәм ҡан әйләнеше хәрәкәте буйынса анатомик тикшеренеү» хеҙмәтен баҫтырып сығара[9], унда ул ҡан әйләнешендә йөрәктең роленә тасуирлама бирә[10]. Буласаҡ табиптар Галендың хеҙмәттәрен XIX быуаттың аҙағына тиклем өйрәнә. Уның, мейе нервылар системаһы ярҙамында хәрәкәттәрҙе контролдә тота тигән теорияһы, әлегәсә актуаль булып ҡала.
Уның мираҫы күбеһенсә сирия, ғәрәп, иврит, латынь һәм боронғо әрмән телдәренә тәржемә ителеү арҡаһында һаҡланып ҡалған[11].