![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/38/Oxygenation-atm-ru.svg/langba-640px-Oxygenation-atm-ru.svg.png&w=640&q=50)
Кислород һәләкәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кислород һәләкәте (кислород революцияһы) — протерозойҙыңиң башында, 2,4 млрд йыл элек (сидерий дәүере), Ер атмосфераһысоставының глобаль үҙгәреүе. Атмосфера составында ирекле кислород барлыҡҡа килеү һәм атмосфераның дөйөм торошоноң тергеҙелеүсенән окисланыусыға әүерелеүе кислород һәләкәтенең һөҙөмтәһе булып тора. Кислород һәләкәте тураһында фараз яуым-төшөм тупланыу характерының ҡырҡа үҙгәреүен өйрәнеү нигеҙендә яһала.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/38/Oxygenation-atm-ru.svg/640px-Oxygenation-atm-ru.svg.png)
1. (3,85—2,45 млрд йыл элек) — O2 яһалмай
2. (2,45—1,85 млрд йыл элек) O2 яһала, ләкин океан һәм диңгеҙ төбө тоҡомдары тарафынан йотолоп тора
3. (1,85—0,85 млрд йыл элек) O2 океандан сыға, ләкин ҡоро ерҙәге тау тоҡомдары окисланғанда һәм озон ҡатламы барлыҡҡа килгәндә исрафлана
4. (0,85—0,54 млрд йыл элек) ҡоро ерҙәге бөтә тоҡомдар окисланып бөтә, O2 атмосферала туплана башлай
5. (0,54 млрд йыл элек — әлеге осорғаса) хәҙерге дәүер, атмосферала O2 күләме тотороҡлолана