Кинерма
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кинерма (карел. Kinnermy[5] — Карелия Республикаһы Пряжинский милли районының Ведлозерский ауыл биләмәһендәге боронғо карел ауылы, тарихтың комплекслы ҡомартҡыһы[6]. Карел-ливвиктарҙың йәшәү үҙәге.
Кинерма | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ведлозерское сельское поселение[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
4 кеше (2002)[1], 6 кеше (2010)[2], 6 кеше (2013)[3] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Пряжинский район[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][4] |
Почта индексы | 186143 |
Кинерма Викимилектә |
Ауыл урынлашҡан районда XVI быуаттан уҡ йәшәгәндәр
Ауыл беренсе тапҡыр 1496 йылда «Обонежская пятинаның яҙма китабында» телгә алына[7].
Ауылда XVIII быуатта һәм XIX быуат башында төҙөлгән йорттар, шулай уҡ XVIII быуатта төҙөлгән Смоленская Божья Матерь сиркәүе урынлашҡан. Әлеге ваҡытта йорттар Карелия Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттары булараҡ һаҡлауға алынған.
2000 йылда ауылға ярҙам итеү өсөн Карелияла Республикаһы карел мәҙәни мираҫына ярҙам итеү өсөн Ижтиағи фонд ойошторола.
2001 йылда Kinnermäen ystävät (Кинерма дуҫтары) йәмәғәт ойошмаһы ойошторола.
2016 йылда ауыл Рәсәйҙең иң матур ауылдары ассоциацияһына ҡабул ителә[8][9][10]. Конкурста еңеү һөҙөмтәһендә кескенә ауыл өсөн ҙур туристар ағымы барлыҡҡа килә, улар менән алты кеше генә эш итә алмай: берҙән-бер ҡунаҡхана хужабикәһе журналистарға «кешеләр үпкәләп китмәһен өсөн беҙ был аҡсаға сифатлы хеҙмәтләндерергә теләйбеҙ. Әммә йылына 4 мең турист! Был физик яҡтан мөмкин түгел. Миндә ярты йыл алдан яҙылыу» тип хәбәр итә[11].
Кинермала "Кинермала тормош" күргәҙмәһе эшләй.
Ауыл ҡоролмалары араһында түбәндәге объекттар архитектура ҡомартҡыһы тип таныла:
1905 йылда халыҡ һаны 117 кеше тәшкил итә[12]. 1911 йылда 168 кеше йәшәгән. 2010 йылда алты кеше иҫәпләнгән[13], 2013 йылда шулай уҡ алты кеше йәшәй[14].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.