From Wikipedia, the free encyclopedia
Кесе Киңел — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Оло Киңел йылғаһының һул ярына тамағынан 132 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 201 км.
Кесе Киңел | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 201 км |
Бассейн | 2690 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Оло Киңел |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 132 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 53°12′54″ с. ш. 53°16′15″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Һамар өлкәһе |
РДҺР | 11010000812112100008258 |
Кесе Киңел Викимилектә |
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Киңел башынан тамағына тиклем, Көтөүлек йылғаһы башынан Көтөүлек һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
Кесе Киңел дә, Олоһо кеүек үк, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә аға һәм атамаһы ла башҡорт телендәге киң һүҙенән сыҡҡан булыуы ихтимал. "Самарская топонимика"(авторҙары В.Ф. Барашков, Э.Л. Дубман и Ю.Н. Смирнов) тигән китапта былай тип яҙылған: «слово «Кинель» имеет свое происхождение из тюркских языков... Сравните татарское «кин» - «широкий», «широко», «киняю» - «шириться, расширяться, увеличиваться», «кинеюле» - «расширяемый». В тюркских же языках известны нарицательные «ел», «ёл» в значении «река», «речной путь». Отсюда Кинель – «широкая, расширяющаяся (во время половодья) река»[3].. Төрки тел булараҡ, гидроним башҡорт теленән дә сыҡҡан һүҙ тип әйтергә мөмкин. Йәғни Киңел атамаһы киң һүҙенә -ел тигән суффикс ҡушылыу юлы менән яһалған. Авторҙар бәйән иткәнсә, был суффикс юл һүҙенән үҙгәреп киткән булыуы ла мөмкин.
Киңел атамалы йылғалар икәү. Ҡыҫҡарағы, һайырағы дәүмәленән сығып Кесе Киңел тип атала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.