From Wikipedia, the free encyclopedia
Кена (кечуа quena-quena[1]) — асыҡ буйға һуҙылған флейта. Көньяҡ Америка (Перу, Боливия, Чили төньяғы, Аргентинаның төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышы , Эквадор, Колумбия, Венесуэла, Гвиана) таулы райондарындағы индеецтарҙың традицион музыка ҡоралы[1].
Кена | |
Низшая нота | G4[d] |
---|---|
Жанр | инктар музыкаһы[d] |
Классификация Хорнбостеля — Закса | 421.111.12 |
Кена Викимилектә |
Беҙҙең эраға тиклем 9 — 2 быуаттарҙағы Чавин мәҙәниәте дәүеренән билдәле. Хайуандар, кеше һөйәктәренән, алтындан, көмөштән, балсыҡтан, ҡабаҡтан эшләгәндәр, хәҙерге ваҡытта башлыса ҡамыштан [1] бамбук һабағынан эшләнә.
Ҡоралдың оғонлоғо — 25-70 см. Тишектәрҙең һаны — 5-6 (һирәгерәк 8) һәм артҡы яғында — баш бармаҡ өсөн бер тишек. Тауыш рәтендә — хроматик ике октава.
Кечуа, аймара һәм метис халыҡтарында пентатоник көйҙәрҙе башҡарыу өсөн ҡулланыла. Кенда башлыса ир-егеттәр уйнай: яңғыҙ (соло) йәки ансамблдә. Мәҫәлән, ике кена менән бомбо йәки каха барабаны оҙатыуында кена-кена[2] вайно, байлесито, карнавалито, качарпари, куэка, такуирари һәм башҡа бейеүҙәрҙе башҡаралар Шулай өс кендан торған ансамбль йыш күҙәтелә (пусифиа йәки мукулулос)[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.