From Wikipedia, the free encyclopedia
Кацусика Хокусай (япон. 葛飾 北斎 ); 31 октябрь 1760 йыл, Эдо (хәҙерге Токио) — 10 май 1849 йыл, шунда уҡ) — укиё-э йүнәлешендә эшләгән япон рәссамы[3], иллюстратор, Эдо дәүерендәге гравёр. Бик күп ҡушаматтар менән эшләй. Көнсығышта иң танылған Япон граверҙарынан иҫәпләнә. Япон ксилография дәүерен тамамлаусы иҫ киткес шәп оҫта.
Кацусика Хокусай | |
北斎 | |
Автопортрет | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Эдо (хәҙер Токио) |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Эдо (хәҙер Токио) |
Ил: | |
Стиль: |
укиё-э |
Влияние на: |
импрессионизм |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Хокусай үҙ ғүмерендә утыҙлап псевдоним ҡулланған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡушаматтар ҡулланыу ул осорҙағы япон рәссамдары өсөн ябай бер практика ғына булған. Ҡушаматтар һаны буйынса ул танылған рәссамдарҙың барыһын да уҙып киткән. Ҡушаматтары менән йыш ҡына уның ижадының осорҙарын билдәләйҙәр[4].
Һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Ғаилә Кацусика районында йәшәгән, ул ҡаланан алыҫ булмаған ярлы биҫтә. Рәссамдың ысын исеме — Токитаро (япон. 時太郎 )[5]. Атаһы Накадзима Исэ (япон. 中島 伊勢 ) булған тип һанала, ул сёгун өсөн көҙгөләр яһаған[5]. Хокусай атаһының вариҫы булмай, шуға күрә, фараздар буйынса, уның әсәһе конкубина[4] булған. Хокусай ижадын өйрәнеүсе Нарадзаки Мунэсигэ (япон. 楢崎 宗重 ) фекеренсә, Накадзима Исэ малайҙың үгәй атаһы булған, ул малайҙы һөнәренә өйрәткән. Ә ысын атаһы итеп ғалим крәҫтиән Кавамуруны һанай, ул малайҙы Накадзимаға дүрт-биш йәшендә бирә. Хокусай ғаиләһе ярлы булып, барлыҡ балаларын да үҫтерергә мөмкинлектәре булмай. Шулай уҡ тәрбиәгә кинйә балаларҙы ғына биргәндәр, ул оло бала булмаған тигән фекергә килә өйрәнеүсе.
Алты йәшендә һүрәт төшөрә башлай, бәлки атаһынан да өйрәнгәндер, сөнки көҙгө эшләгәндә, уны биҙәү ҙә кәрәк булған[4].
Хокусай Судзуки Харунобу, Кацукава Сюнсё, Утагава Тоёхару япон гравюра оҫталары менән бер ваҡытта йәшәй. Оҫтаханала Хокусай ағасты һырларға өйрәнә. Әммә Хокусай үҙ йүнәлешен эҙләй һәм үҙ һүрәттәре буйынса гравюра төшөрөү менән мәшғүл була.
1778 йылда Хокусай билдәле укиё-э рәссамы Сюнсё (1726—1792) студияһына уҡырға инә, ул актерҙар һүрәттәрен (кабуки) төшөрө- менән шөғөлләнә. Уның оҫтаханаһы Эдола иң ҙурҙарынан һанала. Хокусай ижады ошо ваҡыттан «Сюнро дәүере» тип атала, сөнки ошо исем менән ҡул ҡуя. 1779 йылда йәш рәссам театр портреттары серияһын эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.