Касильяс Икер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Икер Касильяс[9] Фернандес (исп. Iker Casillas Fernández; 20 май, 1981 йыл , Мостолес, Мадрид, Испания) — испан футболсыһы, ҡапҡасы.
Касильяс Икер | ||||
Информация | ||||
Тулы исеме | Икер Касильяс Фернандес | |||
Ҡушаматы | El galáctico de Móstoles[1], Икермэн[2], Сан-Икер[3], Святой[4] | |||
Тыуа | 20 май 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5][6] (43 йәш) Мостолес[d], Мадрид[d], Испания | |||
Гражданлығы | Испания | |||
Буйы | 182[7] см | |||
Ауырлығы | 84[8] кг | |||
Позиция | ҡапҡасы | |||
Клубы | ||||
Клубы | карьераһын тамамлаған | |||
Карьера | ||||
Йәштәр клубтары | ||||
1990—1998 | Реал Мадрид | |||
Клуб карьераһы* | ||||
1998—2015 | Реал Мадрид | 510 (−524) | ||
1998—1999 | → Реал Мадрид C | 26 (−?) | ||
1999 | → Реал Мадрид B | 4 (−2) | ||
2015—2020 | Порту | 116 (−73) | ||
Халыҡ-ара миҙалдары | ||||
Донъя чемпионаттары | ||||
Алтын | ЮАР 2010 | |||
Конфедерациялар кубоктары | ||||
Бронза | ЮАР 2009 | |||
Көмөш | Бразилия 2013 | |||
чемпионаттары | ||||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |||
Алтын | Польша/Украина 2012 | |||
Дәүләт наградалары
| ||||
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
| ||||
Испания милли йыйылма командаһының экс-капитаны. Донъя чемпионы (2010) һәм ике тапҡыр Европа чемпионы (2008 һәм 2012). Мадридтың «Реалы» составында биш тапҡыр Испания чемпионатында еңә, ике тапҡыр Испания кубогына һәм дүрт тапҡыр илдең Суперкубогына лайыҡ була; Европа һәм халыҡ-ара кимәлдә өс тапҡыр Чемпиондар лигаһында, ике тапҡыр УЕФА Суперкубогында һәм берәр тапҡыр Континент-ара кубогында һәм Донъя клубтар чемпионатында еңә.
Икер Касильяс — МФФИИС версияһы буйынса биш тапҡыр донъяның иң яҡшы ҡапҡасыһы наградаһына лайыҡ була (2008, 2009, 2010, 2011, 2012)[10]. 2000 йылда йәш Икер Браво трофейына лайыҡ була[11], ә 2007/2008 миҙгел йомғаҡтары буйынса Самора трофейын ала. 2010 йылда ЮАР-ҙа үткән Донъя чемпионатында турнирҙың иң яҡшы голкиперы тип танылып, «Алтын бирсәткә» ала[12].
УЕФА версияһы буйынса алты тапҡыр йылдың символик командаһына инә (2007, 2008, 2009, 2010, 2011, 2012), Профессиональ футболсылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы версияһы буйынса биш тапҡыр донъяның символик йыйылма командаһына инә версияһы буйынса (2008, 2009, 2010, 2011, 2012)[8]. 2008 һәм 2012 йылдарҙа Европа чемпионаттарында һәм 2010 йылда донъя беренселегендә турнирҙарҙың символик йыйылма командаһына инә.
Йәштәрҙең донъя беренселегендә лә, өлкәндәрҙең донъя чемпионатында ла еңгән аҙ һанлы футболсыларҙың береһе.
Капитан сифатында донъя чемпионатында, Европа чемпионаты һәм Чемпиондар лигаһында еңгән өс кешенең береһе[13].
Испания йыйылма командаһының уйналған матч һаны буйынса экс-рекордсыһы (167).