From Wikipedia, the free encyclopedia
Карел Шкрета (чех Karel Škréta, тулы исеме Karel Škréta Šotnovský ze Závořic —Карел Шкрета Шотновски зе Заворжич, 1610 йыл — 30 июль 1674 йыл) — чех рәссамы, барокко дәүерендәге иң күренекле чех рәссамдарының береһе. Чех барокко сәнғәтенә нигеҙ һалыусы булараҡ ҡарала[8].
Карел Шкрета Прагала лютеран динен тотҡан Шотновски зе Заворжич дворяндар ғаиләһендә тыуған. Башта ғаилә Көньяҡ Богемияла тирмәндәргә хужа була, әммә һуңынан Прагала йәшәй башлай. Рәссамдың атаһы балаға өс йәш булғанда вафат булып ҡала. Малайҙы уның олатаһы Павел Шкрета тәрбиәгә ала һәм уға яҡшы Европа белеме бирә. Һарай рәссамдарының уның остаздары булыуы ихтимал.
Аҡ Тауҙағы Алышта чех протестанттарының еңелеүенән һуң 1628 йылда уларҙы эҙәрлекләү башлана, һәм Шкрета әсәһе менән саксон Фрайбергына ҡасырға мәжбүр була. Артабан улар Венецияла, Болоньяла, Флоренцияла һәм Римда йәшәйҙәр. Был ваҡытта Карел Шкрета итальян һәм голланд оҫталарының эштәре менән таныша. Уға айырыуса Тициан, Тинторетто һәм Веронезе йоғонто яһай. Шулай уҡ ул Италияла портретсы булараҡ билдәлелек ала.
1635 йылда ул ҡабаттан Фрайбергта урынлаша, ә 1638 йылда Прагаға күсә, бының өсөн уға католицизмды ҡабул итергә тура килә[8]. Католик булғанға күрә уға тартып алынған мөлкәтен кире ҡайтаралар. 1644 йылда ул рәссамдар гильдияһына инә (1651—1661 йылдарҙа гильдия старшинаһы була), ә 1645 йылда Прага үҙәгендә ателье аса. Яйлап Шкрета төп фигураларҙың береһенә әйләнә.
Прагала Карл Шкрета мифологик һәм дини темаларға бик күп монументаль рәсемдәр тыуҙыра. Бында, тәү сиратта, Здераздағы Изге Вацлав сиркәүе өсөн эшләнгән цикл һәм изге томаш сиркәүендәге «Олғашыу» («Вознесение») инә. 1649 йылда ул Тын алдындағы Дева Мария сиркәүе өсөн алтарь эшләй, ә 1651—1674 йылдарҙа — Сылбырлы Дева Мария сиркәүенең алтарҙарын. Шулай уҡ ул төшөргән портреттар, шул иҫәптән төркөм портреттары, билдәле.
Карел Шкрета Прагалағы Иҫке ҡалала изге Гавл сиркәүендә ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.