From Wikipedia, the free encyclopedia
Карел Гавличек-Боровский (чех Karel Havlíček Borovský [ˈkarɛl ˈɦavliːtʃɛk ˈborofskiː] ; Карел Гавличек, Гавел Боровский псевдонимы ; 1821 йылдың 31 октябре, хәҙерге Гавличкув Брод ҡалаһы янындағы Борова ҡасабаһы — 1856 йылдың 29 июле, Прага) — чех сәйәсмәне, шағир, публицист; чех журналистикаһына, сатираға һәм әҙәби тәнҡиткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Вацлав Гавел уны беренсе чех диссиденты тип атаған.
Сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Немецкий Брод (хәҙерге Гавличкув Брод) урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Прагалағы Чарльз университетында (1838 — 1840), унан һуң теологик семинарияла уҡыған, унан ирекле фекер йөрөтөү өсөн ҡыуылған (1841).
Богемияға (Чехия) ҡайтҡас, ул журналистика менән шөғөлләнә. 1846 йылда Ф. Палацкий ярҙамы менән чех телендәге иң киң билдәле «Прага газетаһы» Pražské noviny (1846 — 1848) һәм уны әҙәби өҫтәмәһе «Чех бал ҡорто» (Česka včela) журналының баш мөхәррире булып китә. Уның беренсе мәҡәләһе «Славян һәм чех» исеме аҫтында донъя күрә. Галич үҙе уны баҫтырыуҙы «һуғыш декларацияһы» тип атай.
1848 йылғы революция башланғас, ул "Прага" газетаһын ҡалдырып, «Халыҡ газетаһы» (Národní noviny) сығара башлай, баҫма Чехия либералдарының танылған һәм популяр органына әүерелә. 1848 йылда ул Чехия Сеймына һәм Австрия Парламентына һайлана. Ул Прагалағы Бөтә Славян конгресын ойоштороусыларҙың береһе була, Польша һәм Хорватия яҙыусыларын конгресста ҡатнашырға йәлеп итеү өсөн Польшаға һәм Хорватияға бара.
Ул илдә ойошҡан реакцион режимға ҡаршы, Май заговорында (Майский заговор (1849)) ҡатнашыусы булараҡ, ул 1849 йылдың апрелендә судҡа бирелә. Шул уҡ йылды, ул мәҡәләләрҙең йөкмәткеһен ғәйепләгән суд барышында еңеүгә ҡарамаҫтан, ҡулға алына һәм йәшерен рәүештә, хөкөмһеҙ һәм тикшереүһеҙ, Бриксенға (Тирол, хәҙерге Италияла Брессанон) һөргөнгә ебәрелә.
Туберкулез менән сирләгән Гавличҡа Прагаға, ҡатынының етди ауырыуы арҡаһында, 1855 йылдың апрелендә, үҙенең дә үлеме алдынан (ҡайтыуына ҡатыны үлгән була инде) кире ҡайтырға рөхсәт итәләр. Һуңғы сәйәхәтендә уны биш меңгә яҡын талантын хөрмәтләүселәр оҙатып бара.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.