Карелия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Каре́лия Республикаһы, Каре́лия[3], Ка́рьяла[3] (лив. карел. Karjalan tazavaldu, собств. карел. Karjalan tašavalta, фин. Karjalan tasavalta[4], вепс. Karjalan Tazovaldkund) — Рәсәй Федерацияһы субъекты[5], Төньяҡ-Көнбайыш федераль округына инә.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Карелия | |||||
| |||||
![]() | |||||
' |
Петрозаводск | ||||
18 | |||||
- Барлығы |
180 520 км² | ||||
- Барлығы |
636 932 (2010) 3.53/км² | ||||
ТТП |
60 | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
127,7 млрд. Һум млрд. һум (2010) 170,1 мен Һум мең һум | ||||
Федераль округ |
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы | ||||
урыҫ[1] | |||||
10 | |||||
RU-KR | |||||
Домен |
.karelia.ru | ||||
Сәғәт бүлкәте |
MSD[d], UTC+3:00[d] һәм Европа/Москва[d][2] |
Карелия Республикаһы тарихи нигеҙе үның бөгөнгө биләмәләрендә тәүге СССР милли-дәүләт берләшмәһе булараҡ РСФСР составында 1920 йылдың 8 июнендә ойошторолған Карел хеҙмәт коммунаһынан (урыҫса Карельская трудовая коммуна, фин телендә Karjalan työkommuunni) башланғыс ала[6]. Был автономиялы өлкә берләшмәһе 1923 йылдың 25 июлендә Карел Совет Республикаһы итеп үҙгәртелә[7][8].
Карелияның көнбайыштағы сиге Рәсәй Федерацияһының Финляндия (бер үк ваҡытта дөйөм Европа Берлешмәһе) менән булған 798,3 км оҙонлоҡтағы дәүләт сиге менән тап килә. Республика биләмәләре башҡа тарафтарҙан Рәсәйҙең Архангельск, Вологда , Ленинград һәм Мурманск өлкәләре менән сиктәш.
Баш ҡалаһы — Петрозаводск[9].
Карелия — Рәсәйҙең милли төбәктәре араһында республикаға исем биреүсе төп милләте иң аҙ булған субъект. Карелдар республика халҡының ни бары 7,4 процентын ғына тәшкил итә.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/ba/thumb/5/59/%D0%A0%D0%B5%D1%81%D0%BF%D1%83%D0%B1%D0%BB%D0%B8%D0%BA%D0%B0_%D0%9A%D0%B0%D1%80%D0%B5%D0%BB%D0%B8%D1%8F.png/640px-%D0%A0%D0%B5%D1%81%D0%BF%D1%83%D0%B1%D0%BB%D0%B8%D0%BA%D0%B0_%D0%9A%D0%B0%D1%80%D0%B5%D0%BB%D0%B8%D1%8F.png)
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/86/KarelianForest.jpg/640px-KarelianForest.jpg)