From Wikipedia, the free encyclopedia
Джова́нни Анто́нио Кана́ль (итал. Giovanni Antonio Canal), Канале́тто исеме менән дә танылған (итал. Canaletto; 18 октябрь 1697 йыл — 20 апрель 1768 йыл) — итальян рәссамы, ведутистарҙың венециан мәктәбе башлығы, академизм стилендәге ҡала пейзаждары оҫтаһы. «Канелетто» ҡушаматын шулай уҡ Антонио Канальяның туғаны пейзажсы Бернардо Беллотто ла йөрөткән.
Каналетто | |
Исеме: |
Giovanni Antonio Canal |
---|---|
Тыуған: |
18 октябрь 1697 |
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
ведута |
Стиль: |
академизм/классицизм |
Влияние на: |
Уильяма Марлоу |
Викимилектә эштәре |
Антонио Каналь 1697 йылдың 18 октябрендә Венецияла тыуған. Рәсем сәнғәтенә атаһы театраль рәссам Бернардо Каналдан өйрәнә. Атаһына Венеция театрҙарында спектаклдәр биҙәшергә ярҙам итә.
1719 йылда ул Рим ҡалаһына бара, унда күренекле ведудист Панини Джованни Паолоның ижады менән таныша. Аҙаҡ ул Венецияның күренеше тураһында әҫәрҙәр яҙа башлай. Каналдең ҡултамғаһы менән тәүге билдәле тикшеренеү эше булып «Архитектуралы каприччо» (1723) тора. Ул саҡтағы башҡа рәссамдарҙан айырмалы булараҡ, ул ижадының тәүге этабында рәсем жанры ведутаны үҙенсә яҙа, һәм бер әҙерлекһеҙ тиерлек ҡапыл натураға күсә. Аҙаҡ студияла обскура камераһын файҙаланып яҙа башлай. Был осор пейзаждары өлөшләтә ҡала күренештәренә ҡайтып ҡала[1]. Каналеттоның күп эштәре Венецияға күсеп килгән инглиздәргә уңышлы һатыла.
1746 йылда ул картиналарын һатыу маҡсатында Лондонға бара. Туғыҙ йыл буйы Англияла йәшәй, урындағы дворецтар һәм өйҙәр өсөн картиналар яҙа. Ошо осорҙа уның ижады икенселгә күсә, уның техникаһы заказсыларға оҡшамай башлай. 1755 йылда рәссам кире Венецияға ҡайта. 1763 йылда уны Венеция художество академияһына һайлап ҡуялар.
Каналетто 1768 йылдың 19 апрелендә Венецияла вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.