испан драматургы һәм шағиры (1600-1681) From Wikipedia, the free encyclopedia
Пе́дро Кальдеро́н де ла Ба́рка, йышыраҡ ҡыҫҡартып Кальдерон тиҙәр (исп. Pedro Calderón de la Barca; тулы исеме — Кальдерон де ла Барка Энао де ла Барреда-и-Рианьо, исп. Calderón de la Barca Henao de la Barreda y Riaño; (7 (17) ғинуар 1600 йыл — 15 (25) май 1681 йыл) — испан драматургы һәм шағиры, әҫәрҙәре алтын быуат әҙәбиәтенең юғарғы ҡаҙаныштары тип һанала.
Кальдерон Мадридта казначейство секретары, урта ҡул дворян дон Диего Кальдерон ғаиләһендә тыуа. Әсәһе Анна Мария де Энао Фландриянан ҡорал эшләүсе ҡыҙы була. Атаһы Кальдеронды дини хеҙмәткә әҙерләй: ул Мадрид иезуит коллегияһында белем ала, Саламанка һәм Алькала-де-Энарес университеттарында уҡый. Әммә 1620 йылда Кальдерон хәрби хеҙмәт өсөн уҡыуын ҡалдыра.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1625—1635 йылдарҙа Кальдеронв Италияла һәм Фландрияла испан ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әммә был осорҙа уның Мадридта булғанлығы тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Драматург булараҡ Кальдерондың ижады «Мөхәббәт, намыҫ һәм власть» (Amor, honor y poder, 1623) тигән пьесанан башлана. Ә бөйөк элгәре һәм остазы Лопе де Вега вафат булған мәлгә, 1635 йылға, ул Испанияның иң ҙур драматургы һанала. Бынан тыш, ул һарайҙа ла танылыу ала. Филипп IV Кальдеронды Изге Иаков (Сантьяго) ордены рыцарлығына бағышлай һәм уға һарай театры өсөн пьесаларға заказдар бирә. Кальдерон ҡарамағына иң яҡшы музыканттар һәм сценографтар тапшырыла.
1642 йылда һаулыҡ торошона бәйле хәрби хеҙмәттән китә, өс йылдан уға пенсия тәғәйенләнә. Артабан ул Изге Франциск орденының терциарийы була. 1651 йылда Кальдерон священниклыҡҡа бағышлана.
Бынан һуң Кальдерон донъяуи пьесалар яҙыуҙан баш тарта. Башлыса Библия һәм Изге Риүәйәт сюжеттарына аллегорик пьесалар яҙыуға күсә. 1663 йылда Филипп IV-нең шәхси духовнигы ителә; был почётлы вазифаһы Карл II ваҡытында ла һаҡлана. Пьесаларының популярлығына һәм һарайҙың яҡшы мөнәсәбәтенә ҡарамаҫтан, ғүмеренең ахыры фәҡирлектә үтә.
Кальдерон 1681 йылдың 15 (25) майында вафат була.
Кальдерондың драматургияһы театрҙа барокко осорон ослай. Был моделде XVI быуат аҙағы — XVII быуат башында Лопе де Вега хасил итә. Кальдерон үҙе төҙөп ҡалдырған исемлеккә ярашлы, ул 120 самаһы комедия һәм драма, 80 autos sacramentales, 20 интермедия һәм башҡа әҫәрҙәр, шулай уҡ шиғырҙар һәм поэмалар яҙған.
Кальдерондың стиленә метафоралар, сағыу образлы шиғри тел, логик теҙелгән диалогтар һәм монологтар хас, уларҙа геройҙарҙың характеры асыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.