From Wikipedia, the free encyclopedia
Казачий стан — Силәбе өлкәһенең Уйылға районындағы ике ҡатлы мәмерйә, карст күренештәре барлыҡҡа килтергән. Мәмерйә Сухарыш йылғаһы Уйылға йылғаһына ҡойған ерҙән 2,13 км көньяҡтараҡ, Красносельское ҡасабаһынан 6 км көнбайышта һәм Подгорный ҡасабаһынан 7 км алыҫлыҫта урынлашҡан. Силәбенән алыҫлығы – 80 км, Уйылғанан – 40 км, Ҡостанайҙан – 263 км.
Казачий стан | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Тәрәнлеге | 29 м |
Оҙонлоғо | 265 м |
Тип | карст |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбизташк |
Мәмерйәгә инеү юлы | 3 һәм күберәк |
Мәмерйә шулай уҡ «Пугачев», «Лисья», «Кичигинский»[1], «Оло һәм Кесе Ҡуййылға» исемдәре аҫтында билдәле. Уйылға районындағы мәмерйәләр тураһында беренсе тапҡыр XVIII быуатта телгә алына. 1762 йылда тикшеренеүсе П. И. Рычков үҙенең «Топография Оренбургской губернии» китабында Иҫәт провинцияһының ике мәмерйәһенең тасуирламаһын бирә. XVIII быуат уртаһы — XIX быуат аҙағында расколсы-иҫке тәртип православтары мәмерйәне йәшенеү һәм дини йолалар башҡарыу урыны итеп файҙаланғандар. Казачий стан ер өҫтө һәм ер аҫты карст формаларының берҙәм комплексы булып тора, был дала зонаһында һирәк осрай[2].
Мәмерйә карст соҡорҙары системаһы аҫтында урынлашҡан. Мәмерйә палеозой эраһының иртә ташкүмер дәүеренең визей осорона ҡараған асыҡ-һоро эзбизташтарынан тора[3]. Өс соҡорҙан мәмерйәгә уңайлы инеү урыны бар. Шулай уҡ мәмерйәне асыҡ киңлек менән 8,5 метр бейеклектәге текә убылған соҡор һәм ҙур булмаған тишек бәйләй. Был мәмерйәгә беренсе топографиялау 1972 йылда үткәрелә. Был топографиялау мәғлүмәттәре буйынса мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 265 метр, дөйөм тәрәнлеге — 32 м, уртаса киңлеге — 3,4 м, уртаса бейеклеге — 2,2 м, иҙәненең майҙаны — 901 м2; ҡыуышлыҡтың күләме — 1982 м3. Мәмерйәлә 4 ҙур мәғәрә, бер нисә юл, шулай уҡ 6 метр тәрәнлектәге бер ҡоҙоҡ бар.
Был мәмерйәлә дала ҡара йыланын, серәкәйҙәрҙе, күбәләктәрҙе осратырға мөмкин. Мәҡәләлә[3] мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй тип телгә алына. Мәмерйәнең көн яҡтыһы төшкән стеналары лишай, мүк һәм ҡаҙаяҡтың һирәк төрҙәре менән ҡапланған. Йәшел коридор үҫемлектәрҙең был төрҙәренең үҙенсәлекле картиналар галереяһы [4].
- Мәмерйә үткәүелдәренең береһендә конус формаһында боҙ торба бар. Бөтә йыл дауамында торба үҙгәрә, ҡыш уртаһынан алып ул үҫә башлай. Конустың түбәһенән һәм аҫҡы нигеҙенән башлап боҙ стеналары яһала башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан конструкция тоташа, шулай итеп, кеше боҙ торбаға инә ала. Һуңынан иреү процесы башлана һәм көҙ аҙағына торбаның яҫы нигеҙе һәм ҙур күләүек кенә тороп ҡала;
- ваҡыты менән мәмерйәнең үткәүелдәренең береһендә боҙлоҡ барлыҡҡа килә, ул көнсығыш мәғәрәне төп мәмерйәнән айыра. 2001 йылда боҙлоҡ тулыһынса юлды ҡаплай һәм 15 йылдан ашыу иремәй;
- мәғәрәлә йәшел тарлауыҡ артында йәшел серәкәйҙәр ҡышлайҙар;
- төньяҡ соҡорға яҡын мәғәрәлә ҡыуышлыҡтар (яҡты ҡыуышлыҡ) геокешингтың йәшерен урыны бар;
- мәғәрәлә йәшел тарлауыҡ артында ғәйәт ҙур бармаҡты һәм телде хәтерләткән ғәжәйеп таш сығынтылар бар;
- ҡышҡы-яҙғы осорҙа мәмерйәлә боҙ сталагмиттар һәм боҙло түбә һыҙаттары барлыҡҡа килә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.