Каддафи Муаммар
ливия революционеры, сәйәсмән һәм сәйәси теоретик. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Муаммар Мөхәммәт Әбү Миньяр әл-Каддафи (ғәр. مُعمّر محمد عبد السلام القذّافي; 7 июнь 1942 — 20 октябрь 2011) — ливия революционеры, сәйәсмән һәм сәйәси теоретик. Ул 1969 йылдан алып 2011 йылға тиклем Ливияның фактик лидеры менән, башта 1969 йылдан алып 1977 йылға тиклем Ғәрәп Ливия Республикаһының революция рәйесе булараҡ, ә һуңынан, 1977 йылдан 2011 йылға саҡлы, Бөйөк Социалистик Халыҡ Ливия Ғәрәп Жәмәһириәһенең «туғандаш юлбашсыһы». Тәүҙә идеологик яҡтан ғәрәп милләтселеге һәм ғәрәп социализмы тарафдары, аҙаҡ ул, Африка йүнәлешле Өсөнсө бөтә донъя теорияһы тип аталған үҙ ҡағиҙәләренә ярашлы, идара иткән.
Муаммар Каддафи ғәр. معمر القذافي | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Каддафи 2009 йылдың 2 февралендә Аддис-Абебала Африка союзы саммитында | ||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2 март, 1979 — 20 октябрь, 2011 | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫланған | |||||||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | вазифа юҡҡа сығарылған | |||||||||||||||||||||||||||||||
2 март, 1977 — 2 март, 1979 | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫланған | |||||||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | Абдул Ати әл-Обейди | |||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||
1 сентябрь, 1969 — 2 март, 1977 | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫланған | |||||||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | вазифа юҡҡа сығарылған | |||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||
16 ғинуар, 1970 — 16 июль, 1972 | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Мәхмүт Сөләймән әл-Мәғриби | |||||||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | Әбдел Сәләм Жәллүд | |||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||
16 ғинуар, 1970 — 16 июль, 1972 | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Әҙәм Сәйет Хавваз[1] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | Әбүбәкер Юныс Жабәр | |||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||
2 февраль, 2009 — 31 ғинуар, 2010 | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Жакайя Киквете | |||||||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | Бингу вә Мутарика | |||||||||||||||||||||||||||||||
Дине: | Ҡөрьәнселек һәм Сөнниҙәр | |||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған: | 1942 Каср Абу-Хади[d], Итальянская Ливия[d] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Үлгән: | 20 октябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3][4][…] Сирт[d], Ливия[5][6][7] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Ерләнгән: | Ливийская пустыня[d] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Исеме: | ғәр. Muammar Muhammad Abu Minyar Gadafi | |||||||||||||||||||||||||||||||
Атаһы: | Абу Меньяр[d] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Әсәһе: | Аиша бен Ниран[d][8] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Супруг: | Fathia Nuri Khalid[d] һәм Сафия Фаркаш[d] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Балалары: | Саади Каддафи[d] Каддафи, Саиф аль-Ислам[d] Ганнибал Каддафи[d] Каддафи, Муттазим Билла[d] Каддафи, Саиф аль-Араб[d] Хамис Каддафи[d] Мухаммад Каддафи[d] Аиша Каддафи[d] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Партия: | Арабский социалистический союз[d] һәм Арабский социалистический союз[d] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Белеме: | Военная академия Бенгази[d] Ливийский университет[d] Joint Services Command and Staff College[d] Fu Hsing Kang College, National Defense University[d] | |||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни дәрәжәһе: | фән докторы | |||||||||||||||||||||||||||||||
Автограф: | ||||||||||||||||||||||||||||||||
Наградалары: |
| |||||||||||||||||||||||||||||||
- Каддафи бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Каддафи (мәғәнәләр).
Сирттан алыҫ булмаған Италия Ливияһында, ярлы бедуин ғаиләһендә тыуып үҫкән Каддафи Сабха мәктәбендә уҡығанда уҡ ғәрәп милләтсеһе булып китә, һуңынан Бенгазиҙағы Король хәрби академияһына уҡырға инә. Ул ҡораллы көстәрҙә Көнбайыш хуплаған Иҙристең сенусит монархияһын 1969 йылда ҡолатҡан революцион төркөм ойоштора. Власҡа килгәс, Каддафи Ливияны үҙенең Революцион командование советы идара иткән республикаға әйләндерә. Үҙенең указдарына таянып, ул илдән ливия итальяндарын депортациялаған һәм көнбайыш хәрби базаларҙы ҡыуып сығарған. Ғәрәп милләтсе хөкүмәттәре, айырыуса Мысырҙан Ғәмәл Әбдел Насер өлгөһөндә бәйләнештәрҙе нығытҡанда, ул панғәрәп сәйәси союзы өсөн уңышһыҙ сығыш яһай. Ислам модернисы булараҡ, ул шәриғәтте хоҡуҡ системаһына нигеҙе булараҡ индерә һәм «ислам социализмын» үҫтерә. Ул нефть сәнәғәтен национализациялай һәм ҡораллы көстәргә ярҙам итеү, сит ил революционерҙарын финанслау һәм торлаҡ төҙөлөшөнә, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа айырыуса иғтибар бүленгән социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн арта барған дәүләт килемдәрен файҙалана. 1973 йылда ул, туранан-тура демократия системаһы булараҡ күрһәтелгән Төп халыҡ конгрестарын ойоштороп, "Халыҡ революцияһы"на башланғыс һала, ләкин төп ҡарарҙар буйынса шәхси контролен һаҡлап ҡала. Шул уҡ йылда ул "Йәшел китап"та (Каддафи) үҙенең Өсөнсө бөтә донъя теорияһын бәйән итә.
Каддафи Ливияны 1977 йылда Жәмәһириә («массалар дәүләте») исемле яңы социалистик дәүләткә әйләндерә. Ул рәсми рәүештә идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алған, ләкин башҡаса фекерләүҙе баҫтырыу өсөн яуаплы хәрби һәм революцион комитеттарҙың башлығы булып ҡалған. 1970-1980-се йылдарҙа Ливияның Мысыр һәм Чад менән сик буйы бәрелештәре, сит ил боевиктарына ярҙам итеү һәм Шотландияла Локерби өҫтөндә шартлау өсөн яуаплылыҡ уның донъя аренаһында тағы ла нығыраҡ изоляцияһына килтерә. Айырыуса Израиль, АҠШ һәм Берләшкән Короллек менән дошманлыҡ мөнәсәбәттәре нығына, был 1986 йылда Америка Ҡушма Штаттарының Ливияны бомбаға тотоуына («Эльдорадо каньоны» опреацияһы) һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы индергән иҡтисади санкцияларға килтерә. 1999 йылдан Каддафи панғәрәбизмдан ситләшә һәм панафриканизмды, көнбайыш илдәре менән яҡынайыуҙы хуплай; 2009—2010 йылдарҙа ул Африка союзы рәйесе була. 2011 йылда «ғәрәп яҙының» ҡыҙған мәлендә Ливияның көнсығышында бөтә ерҙә лә таралған ришүәтселеккә һәм эшһеҙлеккә ҡаршы протест хәрәкәте тоҡана. Хәл граждандар һуғышына әүерелә, уға Төньяҡ Атлантик килешеүе ойошмаһы Каддафи яҡлыларға ҡаршы Милли күсеү советы яғында сығыш яһай. Каддафи хөкүмәте ҡолатыла; ул Сиртҡа сигенә, ләкин Милли күсеү советы боевиктары тарафынан ҡулға алына һәм үлтерелә.
Етди фекер айырымлыҡтары тыуҙырған фигура булараҡ, Каддафи Ливия сәйәсәтендә дүрт тиҫтә йыл дауамында өҫтөнлөк иткән һәм Ливияла бөтә ерҙә лә шәхес культы объекты булған. Ул төрлө наградалар менән бүләкләнде һәм үҙенең империализмға ҡаршы позицияһы, ғәрәп, аҙаҡтан Африка берҙәмлеген хуплауы, шулай уҡ нефть запастарын асҡандан һуң илдең һиҙелерлек үҫеше өсөн юғары баһа алды. Ә Ливия халҡының күбеһе Каддафиҙың социаль һәм иҡтисади реформаларына тәүәккәл рәүештә ҡаршы сыҡҡан; үлгәндән һуң, уны үҙ халҡына ҡарата енси аҙғынлыҡ ҡылыуҙа, язалауҙа һәм үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Күптәр уны кеше хоҡуҡтарын даими боҙған һәм төбәктә һәм сит илдә глобаль терроризмды финанслаған авторитар хаким, диктатор булараҡ ғәйепләгән.