КХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
КХЛ 2018/2019 йылдар миҙгелендә — Континенталь хоккей лигаһының ун беренсе миҙгеле. Даими чемпионат 2018 йылдың 1 сентябрендә Асыш кубогы өсөн уйын менән башлана[1]. Артабан апрель аҙағына тиклем Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындары уҙа. Был миҙгелдә КХЛ-дың 2023 йылға хәтлем стратегияһы буйынса ҡатнашҡан командалар һаны 25-кә тиклем әҙәйә — Лига составынан Тольяттиҙан «Лада» һәм Ханты-Мансиҙан «Югра» хоккей клубтары сыға.
Башлана | 1 сентябрь 2018 |
---|---|
Тамамлана | 19 апрель 2019 |
Даими чемпионат | |
Асыш кубогы | ![]() |
Континент кубогы | ![]() |
Иң яҡшы бомбардир | ![]() |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы | |
Иң мәргән уйынсы | ![]() |
Уйындар һаны | 775 |
Плей-офф | |
Гагарин кубогы | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 4 : 0 |
Плей-офф MVP | ![]() |
КХЛ миҙгелдәре | |
←2017/2018 | 2019/2020→ |
Шулай уҡ асыҡ һауала үткән миҙгелдәге кеүек даими чемпионаттың уйындары көтөлә[2]. КХЛ йондоҙҙар уйыны тәүге пландар буйынса Хельсинкиҙа үтергә тейеш ине, әммә аҙаҡтан был йондоҙло аҙнаны Ҡазанға күсерергә булалар[3]. Татарстандың баш ҡалаһында КХЛ йондоҙҙары ҡатнашлығында оҫталыҡтар конкурстары һәм төп турнир үтә, ә Түбәнге Камала ЙХЛ менән ҠҠХЛ бөтә йондоҙҙар уйындары буласаҡ[4]. Октябрь менән ноябрҙә КХЛ Швейцария менән Австрияның баш ҡалаларында даими миҙгелдең рәсми уйындарын үткәрә.
Мәскәүҙең ЦСКА хоккей клубы өй уйындарын ВТБ Боҙ һарайында үткәрәсәк, ә баш ҡаланың «Динамо» командаһы 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем Мегаспорт боҙ һарайында уйнаясаҡ, ә аҙаҡтан Петровский паркындағы «Динамо» стадионына күсәсәк. Омскиҙан «Авангард» хоккей клубының «Арена Омск» боҙ һарайы спорт ярыштарын ҡабул итә алмауы 2018 йылдың йәйендә билдәләнә, шуға күрә клуб үҙенең уйындарын Балашихала үткәрәсәк[5].
Даими миҙгелдә Мәскәүҙән ЦСКА хоккей клубы 103 мәрәй һуңғы биш йылда дүртенсе тапҡыр беренсе була һәм Континент кубогын яулай. Шул уҡ ЦСКА плей-офф финалында «Авангард» хоккей клубын ота һәм тәүгегә Гагарин кубогын еңә[6]. КХЛ тарихында тәүге тапҡыр даими миҙгел еңеүсеһе Гагарин кубогын үҙенә ала. Ҡапҡасы Илья Сорокин плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһы тип таныла[7]