![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/cb/Tea_leaves_steeping_in_a_zhong_%25C4%258Daj_05.jpg/640px-Tea_leaves_steeping_in_a_zhong_%25C4%258Daj_05.jpg&w=640&q=50)
Йәшел сәй
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәшел сәй — ферментацияға (окисланыуға, әселәнеүгә) иң аҙ дусар булған сәй.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/cb/Tea_leaves_steeping_in_a_zhong_%C4%8Daj_05.jpg/640px-Tea_leaves_steeping_in_a_zhong_%C4%8Daj_05.jpg)
Йәшел сәй ҙә, ҡара сәй ҙә бер үк сәй ҡыуағы япраҡтарынан әҙерләнә, тик ысулдары төрлөсә. Йәшел сәй башта 170—180 °C температурала эшкәртелә; ике көндән ашмаған окислатыу йылытыу менән тамамлана (традиция буйынса ул Ҡытайҙа көршәктәрҙә башҡарылһа, Японияла эҫе быу менән йылытыу ҡабул ителгән), быны эшләмәүҙәре лә мөмкин. Һөҙөмтәлә сәй 3—12 % әселәнеү кисерә.
Йәшел сәйҙең Көнсығыш Азиялағы күп төрлө сорттары сәй япраҡтарын үҫтереү, йыйыу һәм эшкәртеү шарттарына бәйле бер-береһенән һиҙелерлек айырылып тора[1]. Йәшел сәй Ҡытайҙан сыҡҡанлыҡтан[2] йола буйынса башлыса Азияла (Японияла, Кореяла, Яҡын Көнсығышта) киң таралған. Халҡы башлыса ҡара сәй эскән көнбайыш илдәрендә йәшел сәйҙең популярлығы һиҙелерлек артыуы XX быуат аҙағына тура килде.