From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәтсә (лат. Mustela, рус. Ласки и хорьки) — һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.
Йәтсә | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Mustela nivalis Linnaeus, 1766 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 14021 |
Һуҫар һымаҡтарҙың кәүҙәгә иң бәләкәй вәкиле. Кәүҙә оҙонлоғо 13—28 см, ауырлығы 40—100 г.
Кәүҙәһе оҙон һәм бик йоҡа, һығылмалы. Башы бәләкәй,мороно тупаҡ, танауы еңелсә бүлкәсле (раздвоен), Күҙҙәре ҡарағусҡыл, бер аҙ сығып (навыкате) тора. Муйыны оҙон, көслө. Ҡолағы ҡыҫҡа, киң.
Аяғы ҡыҫҡа, осло тырнаҡлы. Ҡойроғо бик ҡыҫҡа (9 см-ға тиклем) . Ҡойроҡ аҫтында һаҫыҡ еҫ сығара торған биҙҙәре бар.
Төҫө миҙгелгә бәйле:ҡышын аҡ, йәйен арҡаһы көрән, ҡорһағы аҡ. Йөнө ҡуйы, ҡыҫҡа. Ҡышҡыһын тулыһынса аҡ төҫкә инә.
Полигам. яҡтан 10—11 айҙа өлгөрә. 3—12 (йышыраҡ 4—7) ҡолаҡ тишеге ҡапланған һуҡыр бала тыуҙыра.
Ғүмер оҙонлоғо:тәбиғәттә 5 лет тирәһе (уртаса 9,5 ай).
Башлыса төндә, ҡайһы ваҡыт көндөҙ әүҙем. Ваҡ кимереүселәр, һирәгерәк ҡоштар, ер-һыу хайуандары һ.б. менән туҡлана.
Урманда, ҡырҡындыла, баҫыуҙа, һаҙлыҡта осрай; кимереүселәрҙең өңдәрендә, эҫкерттәрҙә, таш араларында, ағас тамырҙары аҫтында, торлаҡ янында йәшәй. Башҡортостандың бөтә биләмәһендә таралған.
Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә
Ата заттарының ауырлығы - 70-105 г тирәһе. Инә заттар 30% тирәһенә ҡайтышыраҡ була.
Полигамдар. Үрсеү мәле яҙға, март тирәһенә тура килә. Аҙыҡ мул булһа йыл әйләнәһендә 2-3 тапҡыр үрсем бирә алалар.
Бер үрсемдә 4-5 тирәһе көсөк була. Яралғы үҫеше 35 көн тирәһе дауам итә.
Балалары өсөн инә йәтсә оя эшләй, эсенә мүк, ҡоро үлән түшәй. Көсөктәре тыуғанда 1,5 г тирәһе генә. Башта һуҡыр һәм мөсһөҙ булалар. Күҙҙәре 21-25 тирәһендә асыла.
Балалары оянан сыҡҡас әсәләре артынан эйәреп йөрөйҙәр. 3-4 ай тирәһе бергә булалар, унан яҙға йәки көҙгә ҡарай таралышалар. 3 айҙа енси яҡтан өлгөрәләр.
Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәте,Алжир, Марокко, Египет, Малая Азия, север Ирака, Иран, Афганистан, Монголия, Китай, Корейский п-ов, Япония, Северная Америка, Австралия.
Йыртҡыстар: аҫ, бүре, төлкө, бурһыҡ, һуҫар, енот һымаҡ эт.
Йыртҡыс ҡоштар: өкөләр (филин), ҡарсыға, диңгеҙ бөркөтө, бөркөт.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.