From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы (21 апрель 1908 йыл — 7 декабрь 1992 йыл) — башҡорт совет партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1951). РСФСР-ҙың 2‑се һәм 5‑се, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 5‑се һәм 6‑сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордендары кавалеры.
Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Яныш ауылы | ||||
Вафат көнө | |||||
Вафат урыны |
Өфө ҡалаһы | ||||
Ил |
Рәсәй империяһы | ||||
Ғилми даирәһе |
тарих | ||||
Эшләгән урыны |
Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, ТТӘИ директоры | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Мәрүән Йәнгир улы Йәнгиров 1908 йылдың 21 апреленда Яныш ауылда тыуған. 1933 йылда Мәскәү план институты тамамлай. 1933 йылдан алып партия эшендә. Мәскәүҙә 1951 йылда ВКП(б) ҮК ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен һәм ВКП(б) ҮК ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы тамамлаған.
1951 йылдан — СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры.
1967 йылда яңы асылған Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) директоры итеп тәғәйенләнә.
1992 йылдан Мәрүән Йәнгиров хаҡлы ялда. Өфө ҡалаһында 1992 йылдың 7 декабрендә вафат була.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1957, ?) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордены менән бүләкләнгән.
2008 йылда Өфө ҡалаһының Чернышевский урамындағы 105-се йортта Мәрүән Йәнгиров иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
Улы: Йәнгиров Рәшит Мәрүән улы (8.11.1954, Өфө — 14.12.2008, Мәскәү) — Рәсәй киноһы һәм әҙәбиәте белгесе.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.