Йәйге Олимпия уйындары 1980
From Wikipedia, the free encyclopedia
1980 йылғы XXII Олимпия уйындары (рус. XXII Летние Олимпийские игры 1980 го́да), (рәсми атамаһы — XXII Олимпиада уйындары (рус. И́гры XXII Олимпиа́ды) булараҡ билдәле) Советтар Союзының баш ҡалаһы Мәскәүҙә 19 июлдән[2] 1980 йылдың 3 авгусына[3] тиклем үтә. Был Көнсығыш Европала, шулай уҡ социалистик илдә үткәрелгән тәүге Олимпия уйындары була.
Йәйге Олимпия уйындары 1980 | |
Розыгрыш какого турнира | Йәйге Олимпия уйындары |
---|---|
Рәсми атамаһы | Spiller vun der XXII. Olympiad |
Дәүләт | СССР |
Урын | Мәскәү |
Алдағы | Йәйге Олимпия уйындары 1976[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Йәйге Олимпия уйындары 1984[d] |
Номер издания | 22 |
Ваҡиға ваҡыты | 1980 |
Башланыу датаһы | 19 июль 1980 |
Тамамланыу датаһы | 3 август 1980 |
Кем официально открыт | Брежнев Леонид Ильич |
Ант биреүселәр | Андрианов Николай Ефимович һәм Александр Васильевич Медведь[d] |
Кем зажжён факел | Белов Сергей Александрович |
Персонаж-талисман | Олимпийский Мишка[d] |
Ҡатнашыусылар | Vladimir Milić[d] |
Ҡатнашыусылар һаны | 80[1] һәм 5179[1] |
Рәсми сайт | olympics.com/en/olympic-… |
Тасуирлау биттәре | sports-reference.com/oly… |
Йәйге Олимпия уйындары 1980 Викимилектә |
1980 йылғы Олимпиада ярыштарының бер өлөшө Советтар Союзының башҡа ҡалаларында ла үткәрелә: елкәнле регата Таллинда башлана (Эстония ССР-ы); футбол турнирының алдан үткәрелгән уйындары һәм сирек финалы Киевта (Украина ССР-ы), Ленинградта (РСФСР) һәм Минскиҙа (БССР); пуля менән атыу буйынса ярыштар Мәскәү янындағы Мытищиҙа (РСФСР) «Динамо» атыу полигонында үтә.
Уйындар шулай уҡ 1979 йылда совет ғәскәрҙәренең Афғанстанға инеүе арҡаһында 60-тан ашыу илдең Олимпиадаға бойкот яһауы менән билдәле[4][5][6]. Уйындарҙы инҡар иткән илдәрҙең ҡайһы бер спортсылары шулай ҙа Мәскәүгә килә һәм Олимпия флагы аҫтында көс һынаша[7]. Бынан алда Африканың 29 иле 1976 йылда Монреалда үткән Олимпиадаға бойкот яһай, ә артабан 1984 йылда Советтар Союзы һәм тағы 13 ил Лос-Анджелестағы йәйге Олимпия уйындарына бойкот иғлан итә[8].