From Wikipedia, the free encyclopedia
Йылҡы малы төҫтәре — йылҡы малының йөнө, тиреһе төҫө һәм төҫсәләре. Ала таптар булыуы буйынса, шулай уҡ таптарҙың төрлө урында булыуы менән айырыла.
Аҡ. Был атаманы башҡорттар йылҡыға ҡарата ғәҙәттә бик ҡулланып бармай, уны «буҙ» йәки «күк» менән алмаштыра, был һүҙҙәрҙе «аҡ»ҡа ҡушымта итә. Шуға ла йырҙарыбыҙҙа «аҡ ат» билдәләмәһе ҡулланылмай.
Аҡбуҙ (светлосивый). Аҡҡа күгелйем төҫ ингәнлектән бирелгән атама. Аҡбуҙ, ғөмүмән, сихри, тылсымлы ат исеме булараҡ, эпик әҫәрҙәрҙҙә йыш осрай. Был төҫтәге атты башҡорт бик ярата, күп кенә йырҙарында телгә ала.
Аҡбуҙ ғына атым, ай, юрғалар,
Аяҡтары таймай, атламай. («Иргә нужа»).
Аҡбуҙ атым менеп, бурҙай алып,
Сығып киттем яңғыҙ һунарға. («Аҡбуҙ менеп»).
Аҡкүк. Аҡҡа күк төҫ күберәк ҡатнашҡан, ләкин аҡ өҫтөнлөк итә. Бындай аттарҙы буҙ тип тә булмай. Салауат Юлаевҡа арналған бихисап йырҙарҙың береһенән миҫал:
Аҡкүк атын батыр йүгәнләй
Яуға китер мәле еткәндә.
Ала (пегий). Был да аҡ төҫтөң модификацияһы, йәғни өҫтөнлөклө аҡ төҫ менән бүтән төҫтәр аралашҡан була. Шуныһы: аралашыусы төҫтәр сикле. Күк ала, ҡола ала, ҡара ала, сик ала, ҡыҙыл ала була. Буҙ ала булмай, сөнки аҡ менән буҙ аҡбуҙҙы бирә. Шулай уҡ аҡ менән туры төҫ ҡатнашһа, ундай аттарҙы бүртә тип йөрөтәләр.
Ерән (рыжий). Был—иң популяр ат төҫтәренең береһелер, моғайын. Йырҙарҙа йыш ҡабатлана. «Гөлгизәр»ҙә:
Көмөш кенә эйәр, буҫтау мендәр
Килешәлер ерән ҡашҡаға",
—тип хозурланалар. «Туғанай»ҙа ерән аттың сыҙамлылығына түбәндәгесә һоҡланалар:
Ерәнсәй ҙә атым елә, юрта
Ҡиблаларҙан сыҡҡан буранға.
Ерән төҫтө аңлатып торорға кәрәкмәйҙер, шулай ҙа билдәләйек: ҡыҙыл менән һары ҡатыш, ҡыҙғылт һары. Ҡыҙыл өҫтөнлөк итһә, ҡан ерән була.
«Менгән генә атым, һай, ҡан ерән»,
—тиелә «Һалдат» йырында. Сағыу ерән, ҡола ерәндәр була. Ерән аттарҙың ялы, ҡойроғо сал төҫтә икән, уларҙы саптар тиҙәр. Башҡортхалҡының «Һанаҡа» йырында шундай юлдар бар:
Аҡъял да ғына саптар, ай, атымды Әпсендәре юҡ тип үк һатмағыҙ.
Башҡорттар атты ныҡ яратып, ҡайһы берҙәренең төҫтәренә иркәләү ялғауҙары ҡуша: турысай, көрәнсәй, ҡарасай…
Һары, һарысай (соловая). Был төҫтәге аттар ҙа бик күркәм. Бал менән сағыштырып, башҡорт былай йырлаған:
Уҫылыҡҡай буйын күп йөрөнөм Һары балауыҙҙай ат менән. («Уҫылы буйы»).
Ҡыҙыл һары, аҡһыл һары, сей һары төҫтәгеләргә айыралар йылҡы малдарын, шулай ҙа дөйөм атамаһы йышыраҡ ҡулланыла:
Һары атҡайым тотоп мин бәйләнем
Йәйрәп үҫкән оҙон сауылға.
Ҡола (буланый). Кәүҙәһе ҡыҙғылт-һары, ҡойроҡ-ялы ҡара ат[1]
Көрән, ҡыҙғылт-ҡара (бурый конь). Йылҡылдап торған көрән аттарҙы күҙ алдына килтерер өсөн миләүшә сәскәһенә, ҡыҙҙырылған ҡәһүәгә ҡарағыҙ. Был төҫтәге йылҡы малын да төҫтәре буйынса айыралар: һары көрән, сейә көрән, ҡыҙыл көрән, ҡара көрән. Әлбиттә, төп атамаһы менән күберәк йөрөй.
Ҡыҙыл ғына күндән йүгән төйҙөм,
Килешеп тора көрән атыма.
Халыҡтыҡ эстетик зауығы ҡайһылай ҙа аҫыл сағылыш таба ошо бәләкәй генә миҫалда!
Көрән атҡайымды бәйләп ҡуйҙым
Күл буйҡайҙарына тирәккә,
—тигән юлдар ҙа («Түңәрәк күл») үҙе бер матур картинаны күҙ алдына баҫтыра.
Ҡыҙыл. Ҡан төҫөн берәүгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Аттарҙа уның да модификациялары бар: ҡара ҡыҙыл, ҡыҙыл һары, сейә ҡыҙыл, ләкин йырҙарҙа күберәк дөйөм атамаһында ҡулланыла:
Ҡыҙыл ғына буйы йылҡыһы—
Ҡыҙыл ғына микән, күк микән? («Ғүмер»).
Ҡара (вороной). Ай-һай ҙа матур, һоҡландырғыс бит ҡара аттар ҡарап тороуға! Уларҙың йылҡылдап торған тиреләрендә шәмәхә, ҡорос һәм бүтән төҫтәр ҙә сағылып китә. Шулай итеп, халыҡ ижадында йылҡы малының барлыҡ төҫтәре һәм төҫ үҙенсәлектәре үҙ атамалары менән сағылыш тапҡан.
Алмасыбар, ала, сыбар (пегий). Ала сыбар ат төҫө[2]
Туры (гнедой). Ҡараһыу ҡыҙыл, ялы, ҡойроғо ҡара[3]
Бүртә (караковый). Ҡара, туры[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.