From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Ғүмәр (рус. Старогумирово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡотош ауыл биләмәһенә керә.
Ауыл | |
Иҫке Ғүмәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[1]. Революцияға тиклем Иҫке Ғүмәр ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы ҡарамағында була[1].
Ауылға Ирәндек башҡорттары нигеҙ һала, 1739—1741 йй. билдәле[2]. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған (Ғүмәр Иҫәкәй), уның ҡартатаһы Алдар батыр. 1782 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Өфө наместниклығы. 1795 йылдан — 9-сы башҡорт кантоны, һуңға 10-сы, 34 йорт. 1851 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һамар губернаһы.
1917 йылдан Башҡортостан автономияһы (1919 йылдан Башҡорт АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына керә, уның үҙәге була. Ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.
1795 | 1834 | 1866 | 1900[1] |
---|---|---|---|
118 | 239 | 232 | 427 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[3] |
137 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.