Иҫке тәртип православиеһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урыҫ Православ дине тарихында, иҫке тәртип православтары (рус. старове́ры, старообря́дцы) — рәсми Урыҫ Православ сиркәүенән 1666-сы йылдан һуң айырылып ҡалған дини ағым; 1652-66 йылдарҙа Православ динендә Патриарх Никон тарафынан үткәрелгән реформаларға ҡаршы сығып, боронғо дини тәртиптәрен һаҡлау өсөн тарҡалыу юлын күргән православ динлеләр төркөмө.