Иҫке славян теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке́ славя́н теле́ — (үҙатамаһы — иҫке славян телендә — сло̀вѣньскъ ѩзꙑ́къ) — Солуни ҡалаһы янында IX быуатта йәшәгән славяндар диалектына нигеҙләнгән беренсе славян әҙәби теле[1] (праславян теленең көньяҡ славян тармағының көнсығыш төркөмө). Яҙмаһын IX быуат уртаһында ағалы-энеле мәғрифәтселәр Кирилл һәм Мефодий төҙөгән. IX—XI быуаттарҙа күпселек славян халыҡтарының әҙәби теле булған һәм ул саҡтағы йәш славян телдәренең формалашыуына йоғонто яһаған[2]. Иҫке славян теленең алфавиты сифатында глаголица һәм кириллица ҡулланылған[3]. Башланған дәүеренән үк иҫке славян теле китап-әҙәбиәт теле булған һәм бер ваҡыытта ла көнкүреш аралашыу сараһы булараҡ ҡулланылмаған[4].
Иҫке славян теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
иҫке славян теле — словѣньскъ ѩзꙑкъ ⱄⰾⱁⰲⱑⱀⱐⱄⰽⱏ ⱗⰸⱏⰺⰽⱏ |
---|---|
Илдәр |
Бөйөк Моравия, Киев Русе, Беренсе Болгар батшалығы, Сербия |
Регионы |
Көнсығыш Европа, Көньяҡ Европа |
Статус |
үле тел |
Үле тел |
X быуат аҙағына сиркәү славян теле булып үҫешкән |
Классификация | |
Категория | |
Туғандаш телдәр: сиркәү славян теле | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
цер, 777 (коды ISO и ГОСТ общие с церковнославянским языком) |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
X быуат аҙағында башҡа славян телдәре йоғонтоһонда үҙгәрештәр кисерә, һәм шул осорҙан һуң яҙылған ҡулъяҙмалар сиркәү славян телендә лә яҙылған тип һанала[5][6][7][8]. Көньяҡ славян тармағы көнсығыш төркөмө диалекттарының береһенә генә нигеҙләнгән иҫке славян телен бөтә славян телдәре өсөн нигеҙ булған боронғораҡ праславян теле менән бутарға ярамай[3].