Ишембай
Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ишембай (башҡ. Ишембай (i)) — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы (2016 йылдан)[4]. Ишембай районының административ үҙәге. Ҡала биләмәһе составындағы берҙән-бер тораҡ пункты булараҡ, Ишембай ҡалаһы муниципаль берәмеген булдыра[5][6].
Ишембай | |
Ишембай | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1815 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ишембай |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] һәм Ишембай районы |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 65 422 кеше (2017)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 150 метр |
Майҙан | 103,47 км²[3] |
Почта индексы | 453200–453215 |
Рәсми сайт | ishimbai.com |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1930 |
Урындағы телефон коды | 34794 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Ишимбая[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Ишембайҙа ерләнгәндәр |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Ishimbay[d] |
Ишембай Викимилектә |
Өфөнән көньяҡ йүнәлештә 160 саҡрым алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[7].
Халҡы — 64 386 кеше (2020) (2016), майҙаны — 103,47 км²[8]. Ишембай ҡалаһы Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары менән бергә 700 мең кеше йәшәгән Көньяҡ Башкортостан полицентрик агломерацияһы-конурбацияһын хасил итә[9]. Ишембай — төбәктең халыҡ һаны буйынса һигеҙенсе һәм майҙаны буйынса етенсе ҡалаһы.
Күп тармаҡлы инфраструктураһы булған ҡала — Башҡортостандың көньяғында бик ҙур индустриаль үҙәктәрҙең береһе[10], төбәктең нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенең тәүге флагманы[11], Икенсе Баҡының баш ҡалаһы, Салауат ҡалаһына нигеҙ һалыусы[12][13].