Ихтималлыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ихтималлыҡ — ниндәйҙер ваҡиғаның мөмкин булыу дәрәжәһе (сағыштырма үлсәме, һан яғынан баһаһы). Ысынбарлыҡта (ғәмәлдә) булырға тейеш берәй ваҡиғаның булыу нигеҙҙәре быға ҡаршы (булмау) нигеҙҙәрҙән артып китһә, был ваҡиға ихтимал тип атала, кире осраҡта — икеле тип йөрөтөлә. Ыңғай нигеҙҙәрҙең кире нигеҙҙәргә ҡарата, һәм киреһенсә, төрлө дәрәжәлә булғанға күрә, ихтималлыҡ (һәм икелелек) күп һәм аҙ була[1]. Шуға ла ихтималлыҡ йышыраҡ сифат йәһәтенән баһалана. Был бигерәк тә уның һан яғынан баһаһын теүәл билдәләү ауыр йә бөтөнләй мөмкин булмағанда ҡулланыла. Ихтималлыҡ «кимәлдәренең» төрлө градациялары[2].
Ихтималлыҡты математика күҙлегенән тикшереү менән ихтималлыҡ теорияһы ип аталған айырым фән шөғөлләнә[1]. Ихтималлыҡ теорияһында һәм математик статистикала ихтималлыҡ төшөнсәһе ваҡиғаның һан характеристикаһы булараҡ билдәләнә. Икенсе төрлө әйткәндә, ваҡиғалар күплегенең 0-дән 1-гә ҡәҙәр ҙурлыҡтағы үлсәме булып тора. 1 мәғәнәһе мөмкин булған ваҡиғаға тура килә, ә инде бөтөнләй мөмкин булмаҫ ваҡиғаның ихтималлылығы 0-гә тиң. Әгәр ҙә ваҡиғаның ысынға сығыу ихтималы булһа, уның ғәмәлгә ашмау ихтималы була. Мәҫәлән, ихтималы берәй ваҡиғаның ысынға ашыу ихтималының уның ысынға ашмау ихтималына тигеҙ булыуын аңлата.
Ихтималлыҡтың классик билдәләмәһе һөҙөмтәнең тигеҙ мөмкинлек (урыҫса равновозможность) төшөнсәһенә нигеҙләнгән. Ваҡиғаға уңайлы нәтижәләрҙең тигеҙ мөмкинлекле һөҙөмтәләрҙең дөйөм һанына ҡарата нисбәте ихтималлыҡ итеп ҡарала. Мәҫәлән, осраҡлы ырғытылған тимер аҡсаның йә ал, йә кире яғы менән генә өҫтәлгә ятыу мөмкинлегенән сығып ҡарағанда, уларҙың ихтималлығы 1/2 тиң[3] һәм улар тигеҙ мөмкинлекле.