From Wikipedia, the free encyclopedia
Ихсанов Ғимат Сөләймән улы (1 июль 1899 йыл — 1956 йыл) — педагог, партия органдары хеҙмәткәре. 1924—1956 йылдарҙа хәҙерге Бөрйән районы мәктәптәре уҡытыусы һәм директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1941).
Ихсанов Ғимат Сөләймән улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡортостан Күгәрсен районы Ибрай ауылы |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Педагог |
Наградалары һәм премиялары |
Башҡорт АССР-ның мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1941) |
Ғимат Сөләймән улы Ихсанов 1899 йылдың 1 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылы мәктәбен 1914 йылда тамамлай. 1914—1917 йылдарҙа кесе уҡытыусы булып эшләй, шунан мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
Октябрь революцияһынан һуң Ғимат Ихсанов яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, йәштәр менән эшләй. 1920 йылдың көҙөндә институтҡа уҡырға ебәрелә, 1920/21 уҡыу йылында Ырымбур халыҡ мәғарифы институтында, 1921/22 уҡыу йылында Ташкент халыҡ мәғарифы институтында белем ала, бер аҙ Һырдарья өлкәһендә балалар уҡытҡас, Башҡортостанға ҡайта.
Ғимат Ихсанов 1924 йылдың декабрендә хәҙерге Бөрйән районы Иҫке Монасип башланғыс мәктәбен асып, балаларҙы уҡыуға йәлеп итә. Ул терәк мәктәп булып таныла. 1924 йылда Иҫке Собханғолда ла мәктәп асыла, 1925 йылда Байназар, Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәре эш башлай. Уларҙың эшен ойоштороп ебәреүҙә Ғимат Сөләймән улының хеҙмәте ҙур. Ул айырыуса Иҫке Собханғол, Байназар ауылдарында яңы мәктәптәр асыуҙа яҡындан ҡатнаша, уҡытыусыларға программалар, дәреслектәр табып тарата, уҡытыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша. 1928 йылдың сентябренән Ғимат Ихсанов Иҫке Собханғол башланғыс мәктәбендә эшләй, уны ла терәк мәктәп кимәленә күтәрә, уҡытыусыларҙы яңыса эшләргә өйрәтә.
1930 йылда Бөрйән кантоны төҙөлгәс, Ғимат Ихсанов кантон халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, уҡытыусылар менән уҡытыу-тәрбиә эшен яйға һалыуҙа, наҙанлыҡты бөтөрөүҙә, балаларға башланғыс белем биреүҙе ойоштороуҙа ең һыҙғанып эшләй, мәҙәни-ағартыу сараларына йәлеп ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғимат Ихсанов партияның Бөрйән район комитетында яуаплы вазифалар башҡара, тик 1948 йылда ғына яратҡан эшенә — балалар уҡытыуға ҡайта. Ул Иҫке Собханғол мәктәбендә тарих уҡыта, аҙаҡ директор итеп ҡуйыла. 1938 йылда уҡ төҙөлә башлаған ике ҡатлы мәктәп бинаһы һуғыштан һуң ғына һалынып бөтә, интернат та күп ауырлыҡтар менән сафҡа индерелә. Иҫке Собханғол мәктәбендә шунан һуң ғына уҡытыу-тәрбиә эше йәнләнә, коллективҡа йәш уҡытыусылар өҫтәлә.
Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры Ғимат Сөләймән улы Ихсанов һәр уҡытыусыны ижади хеҙмәткә рухландыра, уның нисек эшләүен, нисек йәшәүен яҡшы белә, барлыҡ уҡытыусыларға ла методик ярҙам ойоштора.
Уҡыусы йәштәргә ныҡлы белем биреү һәм тәрбиәләү эшендә 42 йыл хеҙмәт итеү осоронда Ғимат Сөләймән улы Ихсанов үҙен ысын уҡытыусы, талантлы педагог итеп күрһәтә, уҡытыусыларҙы алда торған мөһим бурыстарҙы уңышлы үтәүгә илһамландыра.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн Ғимат Сөләймән улы Ихсановҡа 1941 йылда «Башҡорт АССР-ның мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә, төрлө йылдарҙа ул миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.