Ирәндек
Башҡортостан Республикаһының көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығышында тау һырты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ирәндек (рус. Иренды́к) — көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. Оҙонлоғо — 135 км. Иң юғары нөктәһе — Көҙгөнташ тауы (бейеклеге 987 м). Тау арҡаһы Башҡортостандан Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Ирәндек тауы порфирит, диабаз, эзбизташ кеүек тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Төньяҡ өлөшөндә — урман менән ҡапланған тайга, көньяғында — бүтәгә-ҡылған үләнле дала. Ирәндек — Урал тауҙарының матур урыны. Бында боронғо ҡаласыҡтар, оҫтаханалар һәм ташланған ауылдар урыны табыла. Көнсығыш битендә Ибраһим шарлауығы урынлашҡан.
Ирәндек | |
Иренды́к, Ирандек | |
Ирәндек тауҙары | |
Координаталар: 53°06′32″ с. ш. 58°22′01″ в. д.HGЯO | |
---|---|
Урынлашыуы | Көньяҡ Урал |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Оҙонлоғо | 135 км |
Киңлеге | 10 — 20 км |
Иң бейек түбәһе | Ҡоҙғонташ |
Тау түбәһе бейеклеге | 987 м |
Викиһаҡлағыста категория |
Ирәндектең Учалы районында урынлашҡан төньяҡ өлөшө Бәләкәй (Кесе) Ирәндек тип атала. Иң бейек түбәләре — Тораташ (921 м) һәм Кәзәташ, Ҡарт-Муйнаҡ ауылы янында урынлашҡан. Иң төньяҡ нөктәhендә, Комсомольск ҡасабаhы янындағы Бөркөт-тау түбәhе аша Ирәндек Күмәс тау арҡаһына тоташа.