Иньеста Андрес
From Wikipedia, the free encyclopedia
Андрес Иньеста Лухан (исп. Andrés Iniesta Luján, испанса әйтелеше: [iˈnjesta anˈdɾes luˈxan]; 11 май 1984 йыл, Фуэнтеальбилие, Альбасете, Испания)[5] — испан футболсыһы, ярымһаҡсы һәм Японияның «Виссел Кобе» клубы капитаны . Испания милли йыйылма командаһының экс-вице-капитаны. Донъя футбол тарихында иң күренекле уйынсыларҙың береһе[6][7][8][9][10]. Испания тарихында иң титуллы уйынсы (37 титул).
Андрес Иньеста | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Андрес Иньеста Лухан | |
Ҡушаматы | Иллюзионист, Волшебник | |
Тыуа | 11 май 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][3][…] (40 йәш) Альбасете[d], Кастилия-Ла-Манча[d], Испания | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 171[4] см | |
Ауырлығы | 68[4] кг | |
Клубы | ||
Клубы | Виссел Кобе | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1994—1996 | Альбасете | |
1996—2001 | Барселона | |
Клуб карьераһы* | ||
2002—2018 | Барселона | 442 (35) |
2001—2003 | → Барселона Б | 54 (5) |
2018—х. в. | Виссел Кобе | 37 (9) |
Йыйылма командаһы** | ||
2000 | Испания (15 йәшкә тиклем) | 2 (0) |
2000—2001 | Испания (16 йәшкә тиклем) | 7 (1) |
2001 | Испания (17 йәшкә тиклем) | 4 (0) |
2001—2002 | Испания (19 йәшкә тиклем) | 7 (1) |
2003 | Испания (20 йәшкә тиклем) | 7 (3) |
2003—2006 | Испания (21 йәшкә тиклем) | 18 (6) |
2004—2005 | Ҡалып:Флаг Каталонии Каталония | 2 (0) |
2006—2018 | Испания | 131 (13) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | ЮАР 2010 | |
Конфедерациялар кубогы | ||
Көмөш | Бразилия 2013 | |
Европа чемпионаты | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
«Барселона» футбол академияһы тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе команда составында 2002 йылдың 29 октябрендә УЕФА чемпиондары лигаһында «Брюгге» (0:1) командаһына ҡаршы уйнда дебюты була. 2004/2005 йылдар миҙгелендә "каталон"дарҙың старт составында даими уйынсыға әүерелә. Шул ваҡыттан алып клуб менән бергә туғыҙ тапҡыр Испания чемпионы, дүрт тапҡыр УЕФА чемпиондары лигаһы, алты тапҡыр Испания кубогы, ете тапҡыр Испания Суперкубогы , өс тапҡыр Европа суперкубогы өс тапҡыр клубтар араһында донъя чемпионаты еңеүсеһе титулдарына лайыҡ була. 2008/2009 йылдар миҙгелендә Испанияның йыл футболсыһы тип таныла. 2012 йылда — УЕФА версияһы буйынса Европаның иң яҡшы уйынсыһы. Өс тапҡыр — Примераның иң яҡшы һөжүм итеүсе ярымһаҡсыһы (2008/2009, 2011/2012, 2013/2014) һәм ике тапҡыр — донъяның иң яҡшы плеймейкеры (2012, 2013). һәм 2010 йылда донъяның икенсе футболсыһы, 2012 йылда донъяның өсөнсө футболсыһы булып таныла. УЕФА версияһы буйынса — биш тапҡыр Европа символик йыйылма командаһына (2009, 2010, 2011, 2012, 2015) һәм ФИФА версияһы буйынса һигеҙ тапҡыр донъя символик йыйылма командаһына инә (2009, 2010, 2011, 2012, 2013, 2014, 2015, 2016). 2014 йылдың 13 октябрендә Иньеста футболсыларға шәхси һәм командалағы юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән «Golden Foot» наградаһына эйә була.
Иньеста Испания өсөн халыҡ-ара аренала 16 йәшкә тиклемге йыйылма команданан алып, илдең йыйылма командаһына тиклем уйнай. 16, 17 һәм 19 йәшкә тиклемге Йәштәр йыйылма командалары составында Европа чемпионы була. Испания йыйылма командаһы өсөн беренсе тапҡыр 2006 йылдың 15 майында Рәсәй йыйылма командаһына (0:0) ҡаршы иптәштәрсә матчта сығыш яһай. Ике тапҡыр Европа чемпионы (2008, 2012). Был турнирҙарҙың символик йыйылма командалары составында инә. Евро 2012-нең иң яҡшы уйынсылар булып таныла. Донъя чемпионы (2010). Финал уйындарында Нидерланд менән уйында берҙән-бер хәл иткес гол авторы.