Информатика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Информа́тика (франц. Informatique; ингл. Computer science) — ҡарар ҡабул итеүҙе тәьмин итергә мөмкинлек биреүсе компьютер технологияларын ҡулланып, мәғлүмәт йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу, анализ һәм баһалау ысулдары һәм процестары тураһында фән[1].
Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Вики-проект ...
Информатика | |
Өйрәнеү объекты | компьютинг[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Информационные технологии[d] |
Stack Exchange сайты | cs.stackexchange.com |
CIP коды | 11.0701 һәм 11.07 |
Информатика Викимилектә |
Ябырға
Информатика эсенә хисаплаусы машиналарҙа һәм хисаплаусы селтәрҙә эшкәртеүгә ҡараған: абстракт, алгоритмдарҙы анализлау, йәки конкрет, мәҫәлән, программалау телен эшләү һәм мәғлүмәтте тапшырыу протоколы кеүек фәндәр инә.
Информатикала тикшеренеүҙәр темаларына ҡараған мәсьәләләр:
- компьютер программаларында һәм мәғлүмәттәр базаһында (база данных) нәмәне булдырып була, ә нәмәне булдырып булмай (теория вычислимости һәм искусственный интеллект),
- нисек итеп максималь эффект менән айырым хисаплауға һәм информацияға бәйле мәсьәләләрҙе (теория сложности вычислений) сисеп була,
- айырым төр информацияны ниндәй ысул менән һаҡлап һәм кире алып була(структуры һәм базы данных),
- кеше һәм программалар нисек бер— береһе менән тәьҫир итешергә тейеш (пользовательский интерфейс һәм программалау телдәре һәм представление знаний) һәм башҡалар.