Индонезия тарихы
ил тарихы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Индонезия тарихы — Индонезия Республикаһының, шулай уҡ был илдең хәҙерге биләмәләрендә элек булған башҡат дәүләт төҙөлмәләренең, колониаль биләмәләрҙең һәм кешеләрҙең башҡа берлектәре тарихы.
Тарихҡа тиклемге осорҙа Индонезия территорияһында боронғо кешеләрҙең иң иртә ареалдарының береһе урынлашҡан була. Был биләмәләргә хәҙерге кешеләрҙең ата-бабалары килеп ултыра башлауы бынан 45 меңгә яҡын йыл элек башланған, артабан Азияның континенталь өлөшөнән бында күсенеүҙең миграцион тулҡыны бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Дәүләт берекмәләренең барлыҡҡа килеүе беҙҙең эраның I—III йөҙ йыллыҡтарында башлана. Урта быуаттарҙың иң эре дәүләттәренән Шривиджая (VII—XIII быуаттар) һәм Маджапахит (XIII—XVI быуаттар) билдәлелек ала, улар Малай архипелагының күп өлөшөн үҙ контролендә тота.
XVI быуаттың беренсе яртыһында төбәккә Европа колонизаторҙарының үтеп инеүе башлана. Көньяҡ-Көнсығыш Азияның был өлөшөн үҙләштереү өсөн көрәштә Нидерланд еңеп сыға һәм XX быуат башына хәҙерге Индонезияның ғәмәлдә барлыҡ территорияһын Нидерланд Көнсығыш Һиндостаны (рус. Нидерландская Ост-Индия) биләмәләре составында үҙ хакимлеге аҫтына берләштерә.
1945 йылдың 17 авгусында, Япония ғәскәрҙәренең өс йылға һуҙылған оккупацияһынан һуң Индонезияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Мөстәҡил һәм үҙ аллы дәүләттең аяҡҡа баҫыуын үҙҙәренең элекке колонияһы өҫтөнән контролде тергеҙергә ынтылған Голландия менән оҙайлы ҡораллы көрәш оҙатып бара. Илдең хәҙерге замандағы артабанғы тарихына хәрби режим урынлаштырыу менән тамамланған 1965 йылғы сәйәси көрсөк һәм 1990-сы йылдар аҙағындағы — 2000-се йылдар башындағы либераль-демократик үҙгәртеп ҡороуҙар мөһим этаптар булып инеп ҡалған.