![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/89/Imhotep-E_3639-IMG_4607-gradient.jpg/640px-Imhotep-E_3639-IMG_4607-gradient.jpg&w=640&q=50)
Имхотеп
Боронғо Мысырҙың күренекле архитекторы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Имхоте́п (jY-m-ḥtp «Ҡәнәғәтләнеү алған»; грекса Имутес, Ἰμούθης) — Боронғо Мысырҙың күренекле архитекторы, Боронғо батшалыҡ (Боронғо Мысыр) осоро, III династияның (беҙҙең эраға тиклем 2630—2611 йылдар) беренсе фирғәүене Джосерҙың иң юғары чиновнигы (чати). Ра аллаһының Гелиополь ҡалаһындағы юғарғы руханийы. Мысыр пирамидаларының иң тәүгеһе булған Джосер пирамидаһын төҙөүсе. Беренсе күсеү осоронан алып шағир һәм аҡыл эйәһе тип иҫәпләнелә.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Имхотеп | |
![]() | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Боронғо Мысыр |
Тыуған көнө | Б. э. т. XXVIII быуат |
Тыуған урыны | Мемфис[d], Эль-Гиза[d], Мысыр |
Вафат булған көнө | Б. э. т. XXVII быуат |
Вафат булған урыны | Боронғо Мысыр, Мысыр |
Әсәһе | Kheredu-ankh[d] |
Һөнәр төрө | архитектор, инженер, астроном, табип |
Биләгән вазифаһы | мудрец[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
![]() |
Ябырға
Ҡыҫҡа факттар Имхотеп ...
Имхотеп | ||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Имхотеп, бронзовая статуэтка времён Птолемеев | ||||||||||||||||||||||
как Сын Ра |
Jj m ḥtp
|
Ябырға
Аҙағыраҡ алла тип таныла һәм дауалау аллаһы булараҡ хөрмәт ителә. Имхотеп донъя тарихында бар яҡтан камил кеше[2], архитектор[3], инженер һәм ғалим, ҡайһы берҙә тәүге табип (әммә ул ваҡытта тағы ла ике табип: Мерит-Птах һәм Хеси-Ра була) тип иҫәпләнелә.